Конгэк
-26 °С
Болотло
Telegram
VK
ОК
dzen
Хөрмәтле гәзит уҡыусы дуҫтарыбыҙ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Апрель 2020, 11:45
Бөгөн ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәткәрҙәре үҙенең һөнәри байрамын билдәләй
Үҙ ғүмерендә ошо һөнәр эйәләренә бер тапҡыр булһа ла мөрәжәғәт итмәгән кеше юҡтыр. Яҡыныбыҙғамы, хеҙмәттәшебеҙгәме, йә үҙебеҙгә ашығыс ярҙам кәрәккәндә, иң беренсе, 03 һанын йыябыҙ.
Үҙ ғүмерендә ошо һөнәр эйәләренә бер тапҡыр булһа ла мөрәжәғәт итмәгән кеше юҡтыр. Яҡыныбыҙғамы, хеҙмәттәшебеҙгәме, йә үҙебеҙгә ашығыс ярҙам кәрәккәндә, иң беренсе, 03 һанын йыябыҙ. Тап уларҙың кешене әжәл тырнағынан йолоп алғанын үҙ күҙебеҙ менән күргәнебеҙ бар. Ашығыс ярҙам хеҙмәткәрҙәре, ысын мәғәнәһендә, беҙҙең ышанысыбыҙ, өмөтөбөҙ, ҡотҡарыусыбыҙ. Ошо иҫтәлекле көндә үҙәк район дауаханаһы ашығыс ярҙам хеҙмәте фельдшерҙарына, водителдәренә, диспетчерҙарға рәхмәт белдерәбеҙ. Һуңғы ике айҙа, атап әйткәндә, коронавирус таралыу хәүефе булғанда уларға айырыуса ҡатмарлы шарттарҙа эшләргә тура килә. Ғөмүмән, медиктар ниндәй генә саҡырыу булмаһын, ысын хәрбиҙәр кеүек, бөтә ҡурҡынысты, эмоцияларҙы, кисерештәрҙе тәүгеләрҙән булып ҡабул итә һәм үҙ йөрәге аша үткәрә. Ауыр һәм шул уҡ ваҡытта бик кәрәкле һөнәр эйәләренә рәхмәт белдерәбеҙ һәм һаулыҡ, түҙемлек, изгелек теләйбеҙ!
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Илһөйәрлек мәктәбе
29 Сентябрь , 16:20
Һалдаттар өсөн селтәр үрергә килегеҙ!
Хәүефһеҙлек мәктәбе
2 Октябрь , 17:15
Кибер енәйәтселәрҙең хәйләләренә бирелеп, аҡсаларын юғалтмағыҙ
Шулай уҡ уҡығыҙ
Әсәйебеҙ - беҙҙең таянысыбыҙ
Әсәй... яҡты ҡояшка тиң, иң ҡәҙерле кешебеҙ һин.
Әсәйҙәр көнө үҙҙәре барҙа көн һайын булырға тейеш тә бит