Конгэк
+15 °С
Болотло
Telegram
VK
ОК
dzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Апрель 2020, 14:55
ХЕҘМӘТКӘРҘӘРҘЕ УҠЫТЫУҒА АҠСА БҮЛЕНӘ
Республикала предприятиелар хеҙмәткәрҙәренең белемен камиллаштырыуға һәм уларҙы ҡайтанан уҡытыуға субсидия бирелә.
Республикала предприятиелар хеҙмәткәрҙәренең белемен камиллаштырыуға һәм уларҙы ҡайтанан уҡытыуға субсидия бирелә.
Атап әйткәндә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам” милли проектында ҡатнашыусылар тураһында һүҙ бара. Программаның төп маҡсаты – хеҙмәт баҙарының һөҙөмтәлелеген арттырыу. Республикалағы мәшғүллек үҙәктәре субсидия алыуға ғаризаларҙы 20 апрелдән ҡабул итә башланы.
Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, быйыл был программа нигеҙендә 310 хеҙмәткәр белемен һәм һөнәрен камиллаштырырға ниәтләй. Белем биреү сараларын тормошҡа ашырыуға 21,2 миллион һум аҡса бүлеү күҙаллана.
Әле иһә республиканың биш предприятиеһы субсидия алыуға ғариза яҙған.
Читайте нас:
Редакция һайлауы
29 Сентябрь 2023, 16:20
Һалдаттар өсөн селтәр үрергә килегеҙ!
2 Октябрь 2023, 17:15
Кибер енәйәтселәрҙең хәйләләренә бирелеп, аҡсаларын юғалтмағыҙ