Конгэк
-13 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Апрель 2020, 14:50

Путин Рәсәй гражданлығын алыуҙы еңеләйтте

Рәсәй Президенты Владимир Путин Рәсәй гражданлығын алыуҙы еңеләйтеүсе законға ҡул ҡуйҙы. Закон 90 көндән һуң ғәмәлгә инәсәк. Документ хоҡуҡи мәғлүмәт рәсми порталында урынлаштырылған.

Рәсәй Президенты Владимир Путин Рәсәй гражданлығын алыуҙы еңеләйтеүсе законға ҡул ҡуйҙы. Закон 90 көндән һуң ғәмәлгә инәсәк. Документ хоҡуҡи мәғлүмәт рәсми порталында урынлаштырылған.
Еңеләйтелгән тәртип буйынса Рәсәй гражданлығын дәүләт аккредитацияһы булған юғары уҡыу йорттарын тамамлап, ил территорияһында бер йыл эшләгән граждандар ала аласаҡ. Элегерәк был ваҡыт өс йыл тәшкил итә ине. Яңы закон сит ил граждандарына Рәсәй гражданлығын алыу өсөн үҙ иленең гражданлығынан баш тартыуҙы раҫлауҙы талап итмәй.
Бынан тыш, еңеләйтелгән тәртиптә Рәсәй гражданлығын алыу өсөн СССР паспорттары булған, элекке союздаш республикаларҙа йәшәгән граждандарға РФ территорияһында өс йылдан ашыу йәшәү һәм законлы килем сығанағы барлығын раҫлау талаптарын бөтөрҙөләр.
Ошо уҡ шарттар, әгәр ҙә ғаиләлә уртаҡ балалары булһа, рәсәйлеләр менән никахта булған, шулай уҡ атаһы йәки әсәһендә РФ гражданлығы булған һәм атаһы йәки әсәһе Рәсәйҙә йәшәгән сит ил граждандарына ла ҡағыла.
#ВладимирПутин
#РәсәйГражданлығынАлыу
Яңылыҡ сығанағы: https://lenta.ru/
Фото: Дмитрий Азаров / «Коммерсантъ»
Читайте нас: