Конгэк
-25 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Май 2020, 11:05

Башҡортостанда Берҙәм дәүләт имтиханы отличниктары уҡытыусыларына 50 мең һум премия бирелә

Башҡортостанда Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре буйынса 100 балл йыйған сығарылыш уҡыусылары әҙерләгән өсөн уҡытыусыларға премия тапшырыла.

Башҡортостанда Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре буйынса 100 балл йыйған сығарылыш уҡыусылары әҙерләгән өсөн уҡытыусыларға премия тапшырыла.
Тейешле указға Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы, премия 2020 йылдан уҡ тапшырыла башлай. Уның күләме – 50 мең һум. Указ менән ошондай премиялар тәғәйенләү һәм түләү тәртибе лә раҫланды. Уларҙың һанын йыл һайын Берҙәм дәүләт имтиханы йомғаҡтары буйынса республика Мәғариф министрлығы билдәләй.
Премия уҡытыусы һөнәренең абруйын күтәреү һәм белем биреү эшмәкәрлеген дәртләндереү өсөн булдырылды.
2019 йылдың авгусында уҙған уҡытыусылар кәңәшмәһендә Башҡортостан башлығы йөҙ балға яҙған уҡыусылар әҙерләгән уҡытыусыларға премия тапшырыу кәрәклеге тураһында белдергәйне. Былтыр республикала 109 сығарылыш уҡыусыһы Берҙәм дәүләт имтиханын 100 балға тапшырҙы.