Республиканың 12 муниципалитетында подрядсылар «Башҡорт ихаталары» программаһы сиктәрендә ихата биләмәләрен төҙөкләндереү эштәренә тотондо. 45 муниципалитетта төҙөкләндереү эштәре киләһе аҙнала башлана. Ағымдағы йылда программаны ғәмәлгә ашырыу өсөн 1,5 миллиард һум ҡаралған. Аҡса республика һәм муниципаль бюджеттарҙан бүленә.
«Башҡорт ихаталары» программаһы 2019-2024 йылдарға иҫәпләнгән. Уның маҡсаты – Башҡортостан биләмәһендәге күп фатирлы йорттарҙа граждандар өсөн уңайлы йәшәү шарттары булдырыу. Эштәр исемлегенә ихата юлдарына асфальт түшәү, өҫтәмә парковка урындары булдырыу, хәүефһеҙ резина япмалы балалар һәм спорт майҙансыҡтары төҙөү, йәшелләндереү, мәғлүмәт стендтары, видеокүҙәтеү ҡуйыу, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар контейнерҙары майҙансыҡтары, бәләкәй архитектура формалары булдырыу инә.