Еңеү көнө менән, мәләүездәр! Сағыу, сыуаҡ көндә бөтә Рәсәй Бөйөк Еңеү көнөн ҡаршыланы. 1945 йылдан байтаҡ йылдар айыра беҙҙе. 75 йыл... Күпме ваҡыт үткән. Әсе күҙ йәштәре, күңел яралары, шатлыҡ, юҡһыныу - барыһы ла бергә уҡмашҡан. Ҡыҙғаныс, донъяла барған сир арҡаһында беҙ әһәмиәтле, оло байрамыбыҙҙы ҡәҙимгесә киңәйәле үткәрә алманыҡ. Бөгөн Мәңгелек ут монументына район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов, Мәләүез ҡалаһы, Федоровка һәм Мәләүез райондары хәрби комиссары Олег Тройно, район-ҡала һуғыш һәм хеҙмәт ветерандар советы рәйесе подполковник Александр Кузнецов, муниципаль район Советы рәйесе Александр Суботин сәскә һалды. Яуҙа башын һалғандарға арнап өс залп яңғыраны. Фашизмдың юлына кәртә ҡуйған, кешелек тарихындағы иң ҡанҡойошло һуғышта Ватан азатлығын һәм бойондороҡһоҙлоғон һаҡлап ҡалған һалдаттарҙың һәм офицерҙарҙың батырлығы алдында беҙ тәрән рәхмәт тойғоһо менән баш эйәбеҙ. Аслыҡ-яланғаслыҡҡа ҡарамай, Еңеү өсөн бөтә көсөн биргән тыл хеҙмәтсәндәренә һәм һуғыштан һуң илде емереклектәрҙән аяҡҡа баҫтырыусыларға рәхмәтебеҙ сикһеҙ. Яу яландарында һәләк булған яугирҙәрҙең яҡты иҫтәлеге алдында баш эйәбеҙ.