Конгэк
+14 °С
Болотло
Telegram
VK
ОК
Ә һеҙ унан ниндәй аҙыҡ әҙерләйһегеҙ?
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Май 2020, 14:59
Илгә именлек яулаған батырҙар даны
Илебеҙҙә ниндәй генә саралар билдәләнмәй, әммә иң ҙуры - Бөйөк Ватан һуғышында фашистар Германияһын еңгән 9 Май байрамылыр. Йылдан-йыл был данлы көндәр, ваҡиғалар артта ҡала бара. Улар менән бергә был һуғышта ҡатнашҡан, беҙгә Еңеүҙе бүләк иткән ҡаһарман ветерандарыбыҙ ҙа һирәгәйә.
Илебеҙҙә ниндәй генә саралар билдәләнмәй, әммә иң ҙуры - Бөйөк Ватан һуғышында фашистар Германияһын еңгән 9 Май байрамылыр. Йылдан-йыл был данлы көндәр, ваҡиғалар артта ҡала бара. Улар менән бергә был һуғышта ҡатнашҡан, беҙгә Еңеүҙе бүләк иткән ҡаһарман ветерандарыбыҙ ҙа һирәгәйә.
Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов, муниципаль район Советы рәйесе Александр Суботин, Мәләүез ҡалаһы, Федоровка һәм Мәләүез райондары хәрби комиссары Олег Тройно, район-ҡала һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары советы рәйесе подполковник Александр Кузнецов Мәңгелек ут монументына гөлләмә, Геройҙар аллеяһына ҡәнәфер сәскәләре һалды.
Байрам көнө ҡаланың афған, чечен яугирҙәре, Чернобыль һәләкәте ҡорбандары һәйкәленә район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Геннадий Шлычков, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, хәрби хәрәкәттәр ветерандары ҡатнашлығында сәскә һалыу ойошторолдо. “Был Еңеүҙе яҡынайтҡан олатайҙарға рәхмәт, уларҙы иҫтә тотоу - беҙҙең бурыс”, - тине Геннадий Александрович. Һуңынан индустриаль, 4-се мәктәп кадет уҡыусылары аллея буйлап байрам маршы менән уҙҙы. Ошо көндә мәләүездәр ҡала мәҙәниәт эшмәкәрҙәренең урам ихаталарында сығыштарын өйҙән генә ҡарап, бергә ҡушылып йырланылар. Байрам салютынан һуң тәҙрәләрҙә хәтер шәмдәре тоҡанды.
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Новости
24 Март , 16:51
Матбуғат баҫмаларына яҙылыу кампанияһы
Илһөйәрлек мәктәбе
17 Апрель , 14:25
Илһөйәрҙәр булып үҫегеҙ!
Илһөйәрлек мәктәбе
15 Апрель , 11:41
Бөгөн мәләүездәр махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтҡан яҡташтарҙы хәрби позицияларға оҙатты
Шулай уҡ уҡығыҙ
Һәр бер бала - илгә таяныс
Кескәйҙәр күңелен күҙ ҡарашынан аңлай улар
Гортензия матур сәскә атһын өсөн ни эшләргә?