ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Май 2020, 21:57

Әлеге режим тамамланырмы?

Бөгөн ил Президенты Владимир Путин сираттағы тапҡыр халыҡҡа мөрәжәғәт итте. Кешеләрҙе иң ныҡ борсоған мәсьәлә берәү ине – ҡасан үҙ-үҙеңде изоляциялау режимы бөтә һәм кешеләр ғәҙәти тормошҡа сыға башлай?

Бөгөн ил Президенты Владимир Путин сираттағы тапҡыр халыҡҡа мөрәжәғәт итте. Кешеләрҙе иң ныҡ борсоған мәсьәлә берәү ине – ҡасан үҙ-үҙеңде изоляциялау режимы бөтә һәм кешеләр ғәҙәти тормошҡа сыға башлай?
Шулай итеп иң мөһим һорауға яуап бирелде: эйе, иртәгәнән, 12 майҙан, эшләмәй ултырған осор тамамлана. Сикләүҙәр 65 йәштән өлкәндәр һәм хроник сирҙәре булған кешеләр өсөн һаҡлана, шулай уҡ күп кешеләр ҡатнашҡан саралар үткәреү тыйыла.
Төбәктәрҙә хәл нисек булыр, быны һәр төбәк башлығы үҙе хәл итәсәк. Ҡайҙалыр режим йомшарасаҡ, ҡайҙалыр сикләүҙең һаҡланыуы ла ихтимал.
"12 майҙан бөтә ил һәм иҡтисад өсөн эшләмәй торған көндәр осоро тамамлана, тик эпидемия менән көрәш әле бөтмәй. Артҡа китеүгә юл ҡуйылырға тейеш түгел. Күп кешеләр ҡатнашҡан саралар үткәрелмәйәсәк. Бөтә предприятиеларға, магазиндарға, транспорт һәм хеҙмәтләндереү өлкәһендәге предприятиеларға санитар талаптарҙы мотлаҡ үтәргә ҡушыла", – тине Владимир Путин.
Владимир Владимирович бер нисә тапҡыр шуны билдәләне: иң мөһиме - кешеләрҙең һаулығы һәм хәүефһеҙлеге. Режимдан сығыу яйлап һәм этаплап башҡарылырға тейеш.
"Илдә үҙ-үҙеңде изоляциалау режимы алты аҙна буйы дауам итте. Был вирустың таралыуын туҡтатыу һәм дауаханала урындар, кәрәкле ҡорамалдар булдырыу мөмкинлеге бирҙе. Илдә урындар 29 меңдән 130 меңгә тиклем артты. ИВЛ аппараттары резервы булдырылды, әйткәндәй, бөгөн уларҙың бер өлөшө генә талап ителә. Табиптар был ваҡыт эсендә сир тураһында күберәк белде. Дауалау методикаһы эшләнде. Алдан ҡабул ителгән саралар арҡаһында меңләгән ғүмерҙәр һаҡланып ҡалынды", – тине Владимир Путин.
Илдә сирҙе асыҡлау өсөн тестар эшләү күләме лә артты. Көн һайын 170 мең тест эшләнә. Был симптомһыҙ үткән сир төрҙәрен дә асыҡлау өсөн мөһим. Май уртаһында тәүлегенә эшләгән тестар һаны 300 меңгә етәсәк.
Шулай итеп, дөйөм ил буйынса режим тамамланды. Башҡортостанда нисек булырын иртәгә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров иғлан итер тип көтөлә.
Фото: utro24.ru
Читайте нас: