Конгэк
-4 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Май 2020, 17:20

БАЛАЛАРҒА ТӘҒӘЙЕН ФИНАНС ЯРҘАМДЫ НИСЕК ЮЛЛАРҒА?

Башҡортостан Республикаһының хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова балалы ғаиләләргә президент вәғәҙә иткән түләүҙәрҙе нисек алыу тураһында инструкция баҫтырып сығарҙы.

Башҡортостан Республикаһының хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова балалы ғаиләләргә президент вәғәҙә иткән түләүҙәрҙе нисек алыу тураһында инструкция баҫтырып сығарҙы. - 3-тән 7 йәшкә тиклемге балаға пособие — күпме: айына 4894 һум — кем алырға хоҡуҡлы: ғаиләнең һәр ағзаһына килем 9804 һумдан түбәнерәк булған, 3-тән 7 йәшкә тиклемге бала тәрбиәләгән ғаилә; — был сара ҡасандан алып ғәмәлдә: 2020 йылдың 1 ғинуарынан; — ҡайҙа мөрәжәғәт итергә: ғаризалар 20 майҙа Дәүләт хеҙмәттәре порталында ҡабул ителә башлай. Бер ниндәй ҙә өҫтәмә белешмәләр һәм мәғлүмәттәр күрһәтергә кәрәкмәй; - ҡайҙа шылтыратырға: 8(800)7750014 (Республика халыҡҡа социаль ярҙам үҙәге) - бер тапҡыр бирелә торған 10000 һум — кем алырға хоҡуҡлы: килеменең ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, 3-тән 15 йәшкә тиклемге балаһы булған ғаилә; — был сара ҡасандан алып ғәмәлдә: 2020 йылдың 1 июненән; — ҡайҙа мөрәжәғәт итергә: Дәүләт хеҙмәттәре сайтындағы яңы posobie16.gosuslugi.ru сервисы аша, күп функциялы үҙәк йәки пенсия фонды. - ҡайҙа шылтыратырға: Рәсәй Пенсия фонды Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһенең «ҡыҙыу бәйләнеше» 8(347)2297136; - бәлиғ булмаған балаларҙың ата-әсәләренә эшһеҙлек буйынса өҫтәмә пособие — күпме: һәр балаға айына 3000 һум. Аҡса ата-әсәнең береһенә бирелә; — кем алырға хоҡуҡлы: 2020 йылдың 1 мартынан эштән бушатылған, эшһеҙ тип танылған һәм 18 йәшкә тиклемге балаһы булған граждандар; — сараның ғәмәлдә булыу осоро: 2020 йылдың апрель-июне; — ҡайҙа мөрәжәғәт итергә: «Работа в России» порталы trudvsem.ru - ҡайҙа шылтыратырға: 8(347)2180707; - 3 йәшкә тиклемге балаларға - ай һайын 5000 һум — кем алырға хоҡуҡлы: килеменең кимәленә ҡарамаҫтан, өс йәшкәсә балаһы булған ғаиләләр; — сараның ғәмәлдә булыу осоро: 2020 йылдың апрель-июне; — ҡайҙа мөрәжәғәт итергә: Дәүләт хеҙмәттәре сайты gosuslugi.ru, күп функциялы үҙәк йәки пенсия фонды; - ҡайҙа шылтыратырға: Рәсәй Пенсия фонды Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһенең «ҡыҙыу бәйләнеше» 8(347)2297136; - баланы йәш ярымға тиклем тәрбиәләгән өсөн пособие — күпме: айына 7764 һум (Урал коэффициентын иҫәпкә алып); — кем алырға хоҡуҡлы: йәш ярымға тиклем бала тәрбиәләп өйҙә ултырған һәм минималь күләмдә пособие алған ата-әсәләр (элек айына 3375 һум); — был сара ҡасандан алып ғәмәлдә: 2020 йылдың 1 июненән; — ҡайҙа мөрәжәғәт итергә: МӨРӘЖӘҒӘТ ТАЛАП ИТЕЛМӘЙ.Пособиеның күләме автоматик рәүештә яңынан иҫәпләнә; — ҡайҙа шылтыратырға: 8(800)7750014 (Республика халыҡҡа социаль ярҙам үҙәге). ‼ВАЖНО: в интернете появилось много фальшивых сайтов на получение выплат. Через них мошенники собирают личные данные пользователей а иногда требуют заплатить разного рода комиссии на получение выплат. Не дайте мошенникам заработать на вас! Все выплаты можно оформить на сайте Госуслуг (gosuslugi.ru), в специальном сервиса Госуслуг (posobie16.gosuslugi.ru) или на сайт Работа в России trudvsem.ru
Читайте нас: