Документтар 15 майға тиклем ҡабул ителә.
Президент Владимир Путиндың май указдарын ғәмәлгә ашырыу маҡсатындағы "Мәғариф" ғөмумдәүләт проекты сиктәрендә төбәктә мәктәптәргә уҡытыусыларҙы йәлеп итеү, уларға ярҙам итеү өсөн бихисап эштәр башҡарыла.
Мәғариф һәм фән министрлығы иң яҡшы уҡытыусыларға премия биреү тураһында конкурс иғлан итте. Бирелә педагогик стажы өс йылдан да кәм булмаған педагогтар ҡатнаша ала.
Рәсәйҙә 2010 йылдан иң яҡшы уҡытыусыға премия түләнеп килә. Шулай уҡ, Рәсәй Президентының 2018 йылының 28 ноябрендәге указы менән педагогик эшсәнлектә ирешелгән уңыштар өсөн иң яҡшы уҡытыусыларға 200 мең һум күләмендә премия булдырылған.
Уҡытыусыға конкурста ҡатнашыу өсөн уның һөнәри оҫталығын раҫлаусы алты шарт ҡуйылған. Был премияны бер тапҡыр алған педагог конкурста биш йылдан һуң ғына ҡатнаша ала.
Конкурс материалдары комиссия тарафыннан
[email protected] электрон почта адресына 6 майҙан 15 майға тиклем ҡабул ителә.