Конгэк
-27 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Май 2020, 18:39

Путин Рәсәйҙе айырым цивилизация тип атаны һәм юғары технологияларҙы үҫтерергә саҡырҙы

Президент Владимир Путин Рәсәйҙе ҙур ил генә түгел, ә тулы ивилизация тип һанай һәм уны һаҡларға кәрәклеген билдәләй.

Президент Владимир Путин Рәсәйҙе ҙур ил генә түгел, ә тулы ивилизация тип һанай һәм уны һаҡларға кәрәклеген билдәләй.
Дәүләтебеҙҙә бик күп мәҙәниәттәр, диндәр, традициялар бар. “Был, ысынлап та, айырым цивилизация”, - тип өҫтәй Путин «Россия 1» телеканалында “Мәскәү. Кремль. Путин” программаһы өсөн интервью биргәндә.
Ул цивилизацияны һаҡлау өсөн юғары технологияларға һәм артабанғы үҫешкә баҫым яһарға кәрәклеген билдәләй. Башҡа илдәрҙең ғәмәлдәрен дә күҙәтергә, шулай уҡ үҙебеҙҙең нигеҙҙе файҙаланырға, ҡаҙаныштарыбыҙҙы тормоштоң төрлө тармаҡтарына индерергә кәрәк.
“Яһалма интеллект, пилотһыҙ техника, генетика, медицина, мәғариф – илебеҙҙең үҫешеүе өсөн нигеҙ ошо буласаҡ”, - тип билдәләй Владимир Путин.
#ВладимирПутин
#Рәсәй
Яңылыҡ сығанағы: https://www.gazeta.ru/
Фото: Алексей Никольский / РИА Новости