ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Май 2020, 13:01

Путин мосолмандарға мөрәжәғәт итте

Рәсәй Президенты Владимир Путин мосолмандарға мөрәжәғәт итеп Ураҙа байрамын өйҙә билдәләүҙәрен үтенде. Был турала ул Дағстан етәкселеге һәм йәмәғәтселеге вәкилдәре менән кәңәшмә барышында иғлан итте.

Рәсәй Президенты Владимир Путин мосолмандарға мөрәжәғәт итеп Ураҙа байрамын өйҙә билдәләүҙәрен үтенде. Был турала ул Дағстан етәкселеге һәм йәмәғәтселеге вәкилдәре менән кәңәшмә барышында иғлан итте.
Путин дин әһелдәренең дә мосолмандарҙы байрамды өйҙә үткәрергә саҡырыуҙарын билдәләне. Улар күпләп осрашып, йәмәғәт менән намаҙ уҡыуҙан баш тартып тороуҙы үтенә.
Ураҙа байрамы изге Рамаҙан айының тамамланыуын белдергән байрам. 2020 йылда уны 24 майҙа билдәләйҙәр.
#ВладимирПутин
#УраҙаБайрамы
Яңылыҡ сығанағы: https://lenta.ru/
Фото: Алексей Никольский / ТАСС
Читайте нас: