Конгэк
-15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Май 2020, 13:20

Республикала COVID-19 менән эшләгән бөтә табиптарға һәм ашығыс ярҙам водителдәренә аҡса түләнә

Башҡортостанда COVID-19 менән эшләгән бөтә табиптарға һәм ашығыс ярҙам водителдәренә аҡса түләнә. Рәсәй Федерацияһы хөкүмәтенең 2020 йылдың 15 майындағы ҡарарына үҙгәрештәр индерелде.

Башҡортостанда COVID-19 менән эшләгән бөтә табиптарға һәм ашығыс ярҙам водителдәренә аҡса түләнә. Рәсәй Федерацияһы хөкүмәтенең 2020 йылдың 15 майындағы ҡарарына үҙгәрештәр индерелде.
Түләүҙәрҙе стационарҙа йәки ашығыс медицина ярҙамында бер тапҡыр булһа ла коронавирус диагнозы ҡуйылған ауырыу менән эшләгәндәрҙең барыһы ла тулы күләмдә алырға тейеш (80, 50, 25 мең).
Ҡарарҙа «фактик эшләгән ваҡыт өсөн» һүҙҙәрен алып ташланылар. Коронавирус менән сирлеләргә медицина ярҙамы күрһәтеүҙә ҡатнашҡан ашығыс ярҙам водителдәренә, шул иҫәптән транспорт компанияларына дәртләндереүсе түләүҙәр биреүгә ҡағылышлы үҙгәрештәр индерелде. Отпуск, ауырыу менән бәйле айлыҡ норманы тулыһынса эшләмәгән хеҙмәткәрҙәргә дәртләндереүсе түләүҙәр тулы күләмдә күсерелде.
«Башҡортостанда коронавирус йоҡторған пациенттар менән эшләгән барлыҡ хеҙмәткәрҙәргә дәртләндереүсе түләүҙәр тулы күләмдә күсерелде. 16-18 майҙа бөтә түләүҙәр ҡулға бирелде. Шулай уҡ транспорт компаниялары-аутсорсерҙар менән килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды һәм компанияларға водителдәргә (64 кешегә) апрель өсөн тулы күләмдә түләү өсөн аҡса күсерелде», — тип хәбәр иттеләр республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.