Ҡайһы бер киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, Кремлдә Конституцияға тәҙәтмәләр буйынса тауыш биреүҙе һәм Еңеү парадын бер көндә – 24 июндә уҙғарыу мөмкинлеге ҡарала. Ҡәтғи ҡарар эпидемиологик хәлдән сығып ҡабул ителә, тип белдерҙе РБК президент хакимиәтендәге сығанаҡҡа һылтанма менән.
Баҫма мәғлүмәттәре буйынса, 1945 йылда Еңеү парады тап ошо көндә булған, шуға күрә 24 июнь Еңеү парады өсөн төп дата тип ҡарала.
Парадты һәм тауыш биреүҙе бер көндә үткәреү уңайлы, сөнки был осраҡта шаршамбы, 24 июнь, ял көнө тип иғлан ителә, тип иҫәпләй сығанаҡтарҙың береһе.
Эш шунда: Конституцияға төҙәтмәләр буйынса тауыш биреү көнө түләүле ял була, был норма төҙәтмәләр тураһындағы законға тәүҙән үк һалынғайны. Әгәр 24 июндә парад ҡына ойошторолһа, был ғәҙәти эш көнө тип иҫәпләнә, халыҡ байрамды тоймаҫ, ти Кремлгә яҡын икенсе сығанаҡ.
http://www.bashinform.ru/news/1452262-smi-uznali-o-vozmozhnoy-date-golosovaniya-po-popravkam-v-konstitutsiyu-rf/