ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Май 2020, 12:40

“Таҙа һыу” проектын тормошҡа ашырыу – контролдә

Халыҡты таҙа һыу менән тәьмин итеү – иң мөһим стратегик мәсьәләләрҙең береһе. Республикала ул эҙмә-эҙлекле һәм әүҙем хәл ителә.

Халыҡты таҙа һыу менән тәьмин итеү – иң мөһим стратегик мәсьәләләрҙең береһе. Республикала ул эҙмә-эҙлекле һәм әүҙем хәл ителә.
Шулай, “Экология” милли проектының “Таҙа һыу” төбәк проекты сиктәрендә Өфө районының Ҡомлокүл, Горново, Ҡыҙыл Яр, Яҡшиван, Карюгино ауылдарында һәм Тәжрибә хужалығында һыу менән тәьмин итеү селтәре төҙөлә.
БР Тораҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының мәғлүмәт хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, был объекттың төҙөлөшө министрлыҡтың даими контроле аҫтында. Төҙөлөш-монтаж эштәре графикка ярашлы алып барыла. Әлеге ваҡытта труба үткәргестәренең линиялы өлөшөн һалалар. Насос станцияһы бинаһы төҙөлгән, йыһаздар менән идара итеү системаларын урынлаштырыу өсөн, һыу әҙерләү биналары ҡуйылған. Ҡоролманы файҙаланыуға 2021 тапшырырға ниәтләйҙәр.
#ЭкологияМиллиПроекты
#ТаҙаҺыуТөбәкПроекты
#МиллиПроекттарБашҡортостан
Яңылыҡ сығанағы: https://mgazeta.com/
Читайте нас: