Конгэк
-4 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Май 2020, 14:25

Виноград ниңә уңыш бирмәй?

Виноград уңыш бирмәй. Бының бер нисә сәбәбе булырға мөмкин.

Рәзилә ҠАРАЗБАЕВА, баҡсасы:
- Виноград үҫтерергә теләгәндәргә йыш ҡына тәжрибә етмәй, күп кеше уңышһыҙлыҡҡа осрай. Бының бер нисә сәбәбе булырға мөмкин.
Урын һайлау. Виноград күләгәлә уңыш бирмәй, тәлгәштәре ҡояш күрергә тейеш.
Дөрөҫ киҫмәү. Бар сорттар ҙа ныҡ киҫкәнде яратмай. Күбеһенең икенсе-дүртенсе бөрөләре уңыш бирмәй. Шуға ботаҡтарҙы уртаса оҙонлоҡта (6-10 бөрөлө) йәки оҙон (14-18 бөрөлө) итеп ҡалдырырға кәрәк.
Нисек туҡландырырға? Тиреҫ йәки азотлы ашлама менән мауыҡҡанда ҡыуаҡ йәшел япраҡтарын ғына үҫтерә, уңыш бирергә ашыҡмай.
Күп сортҡа йәнәшәлә һеркәләндереүсе сорт булыуы мотлаҡ. Мул уңыш теләһәгеҙ, кишмиш ултыртығыҙ, ул бар сорт өсөн дә универсаль һеркәләндереүсе.
Сифатлы үҫентеләр икен­се йылда уҡ уңыш менән һөйөндөрөр. Иң яҡшыһы, виноградты өсөнсө йылдан ғына емеш биреүгә әҙерләргә. Уңыш иртә башланһа, үҫенте хәлһеҙләнә, быға тиклем ҡыуаҡта икенән артыҡ тәлгәш ҡалдырмағыҙ.
Читайте нас: