Конгэк
-11 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Май 2020, 17:19

Торлаҡ кредиты буйынса ярҙам

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 6 майҙа 290-сы ҡарарына ярашлы, 2018-2020 йылдарҙа Рәсәй кредит ойошмаларынан алынған торлаҡ кредитына (ипотека) түләү процентын, республика бюджетынан өлөшләтә субсидиялау ҡаралған. Бер гражданға уның дөйөм күләме 100 мең һумдан артырға тейеш түгел.

Ярҙам алыуға түбәндәге граждандар хоҡуҡлы: өс йәки күберәк балалы, инвалидтар йәки инвалид балалылар, яңғыҙ бала тапҡан һәм үҫтергән әсәләр, яңғыҙ бала ҡарағандар, шулай уҡ 15 марттан 1 июнгә тиклем эшһеҙ ҡалғандар һәм, ғариза биргәнсе, эшкә урынлашмағандар. Балалар статусына 18 йәшкә тиклемгеләр һәм 23 йәшкә тиклем уҡығандар инә. Субсидия алыуға документ төҙөү өсөн кредит ойошмаларына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Артабан кредит ойошмаһы БР Торлаҡ программаларын тормошҡа ашырыу буйынса идаралыҡ менән килешеү төҙөй. Килешеү 2 айҙа төҙөлә.
Кредит ойошмалары менән килешеү төҙөлгәс, тейешле мәғлүмәт идаралыҡтың рәсми сайтында https://zhilprog.bashkortostan.ru/ урынлаштырыла.
Субсидия бирелеү тәртибе менән https://npa.bashkortostan.ru/ сайтында таныша алаһығыҙ.
Белешмә өсөн телефондар: 8(347) 218-17-49, 8(347)218-17-42, 8(347) 218-17-43, 8(347) 218-17-45.
Читайте нас: