Китапхана. Серле, мауыҡтырғыс, тылсымлы донъя ул. Унда күпме теләйһең, шунса хыялланырға, уйланырға, яратҡан әҫәреңдең геройҙары менән аралашырға була.
Бары тик китапханала ғына була торған тынлыҡ килеп ингән һәр кемдең күңеленә ял, йәненә тыныслыҡ бирә. Кәштәләргә теҙелгән китаптарға һаҡ ҡына ҡағылып үткән саҡта аңлата алмаҫлыҡ кисерештәргә солғанаһың. Китапханасылар ҙа башҡаларҙан үҙҙәренә генә хас сифаттары менән айырылып торғандай. Улар донъялағы барса китапты уҡып бөткән дә, күпте белә, тип уйлайһың, шуға күрә лә ниндәй генә әҫәр хаҡында һорашһаң да, уның йөкмәткеһен һис ауырлыҡһыҙ һөйләп бирә ала.
Шундай күркәм сифаттарға эйә кешеләрҙең береһе - гүзәл ханым, китапханасы Айгөл Үмәрғәлина.
Ул Нордовка ауылында тыуып үҫкән. Мәктәптән һуң Салауат педагогия колледжын, Стәрлетамаҡ педагогия академияһын ситтән тороп тамамлай. Иштуған мәктәбендә урыҫ теленән уҡыта, ауыл хакимиәтендә эшләй, 2015 йылдан ауыл китапханаһына эшкә күсә. Китапханала эшләгән саҡта Айгөл Зөбәйер ҡыҙы үҙен яуаплы, ижади ҡарашлы хеҙмәткәр итеп таныта.
Быйыл февралдән ул ҡаланың 4-се китапханаһына мөдир итеп тәғәйенләнә.
Төрлө конкурстарҙа, акцияларҙа әүҙем ҡатнаша яҡташыбыҙ. Уҙған йылда Рәсәй буйынса ойошторолған «Мостай Кәримдең тыуыуына - 100 йыл” шиғыр уҡыусылар конкурсында Иштуған китапханаһы уҡыусылары 1-се урын яулаһа, «Беҙҙең өйҙөң йәме» эссеһы буйынса уҙған төбәк-ара конкурста уларҙың ижади эше 2-се урынға лайыҡ була. «Тыуған яҡтарымды яратам…» сараһында уларҙың эштәре призлы урындар яулауға ирешә.
«Бала саҡтан миндә матурлыҡҡа һөйөү уята алған мәктәп, ауыл китапханасылары Валентина Дьяконова һәм Роза Ғәйфуллинаға рәхмәтлемен. Тап улар кескәй сағымдан китап тигән серле донъяға адып инде», - ти Айгөл. Бөгөн ул үҙе лә кешеләр күңеленә изгелек, гүзәллек орлоҡтары һала, киләсәк быуынды китап уҡыуға йәлеп итеү өсөн бөтә көсөн биреп эшләй. Тормошта ғына түгел, һайлаған һөнәрендә лә бәхетлеләр була. Тап шундай кешеләрҙең береһе ул Айгөл Зөбәйер ҡыҙы Үмәрғәлина.