ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Июнь 2020, 16:10

Бер тәүлектә республикала 92 кеше коронавирус йоҡторған

3 июнгә оператив мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда 3501 коронавирус инфекциялы кеше иҫәпләнә. Бер тәүлектә улар 92-гә артҡан, тип хәбәр ителә стопкоронавирус.рф порталында.

3 июнгә оператив мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда 3501 коронавирус инфекциялы кеше иҫәпләнә. Бер тәүлектә улар 92-гә артҡан, тип хәбәр ителә стопкоронавирус.рф порталында.
Уҙған тәүлектә республикала коронавирустан вафат булғандар һаны үҙгәрмәгән, улар – 18 кеше.
Рәсәй төбәктәрендә һуңғы тәүлектә коронавирус йоҡтороуҙың 8 536 осрағы раҫланған, 178 кеше вафат булған. Бер тәүлектә илдә 8 972 кеше һауыҡҡан.
Дөйөм алғанда, хәҙер Рәсәйҙә 432 277 сирле иҫәпләнә, уларҙың 195 957-һе һауыҡҡан, 5 215 кеше яҡты донъя менән хушлашҡан.
Бөгөнгә илдә коронавирусҡа 11,4 миллиондан ашыу тикшереү үткәрелгән. Һуңғы тәүлектә генә төбәктәрҙә 274,4 мең самаһы тест эшләнгән.
Рәсәйҙә коронавирусҡа шик булған 304 меңгә яҡын кеше медицина күҙәтеүенә алынған.
Читайте нас: