Конгэк
-6 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Июнь 2020, 18:51

Урланған бала саҡ

Бала саҡ бәхетен татымаған ололарҙы һуғыш осоро ба­лалары тип йөрөтәбеҙ. Маһира Ҡамбулатова ла бик йәш килеш ҡот осҡос алыштың әсе хәсрәтен үҙ күҙҙәре менән күреп, аслыҡ-яланғаслыкты үҙ башынан үткәреп үҫкән. Шуға күрә сабыр, ныҡ улар.

Бала саҡ бәхетен татымаған ололарҙы һуғыш осоро ба­лалары тип йөрөтәбеҙ. Маһира Ҡамбулатова ла бик йәш килеш ҡот осҡос алыштың әсе хәсрәтен үҙ күҙҙәре менән күреп, аслыҡ-яланғаслыкты үҙ башынан үткәреп үҫкән. Шуға күрә сабыр, ныҡ улар.
Томансы ауылында Ғәзизә һәм Ғи­зетдин Дәүләтбаевтар ғаиләһендә 1930 йылдың 12 апрелендә ҡыҙ бала донъяға килә. Уға Маһира тип исем ҡушалар. Һуғыш башланғанда уға 11 йәш кенә тула. Атаһы оло булыу сәбәпле фронтҡа алынмай. Тик уға ла тылда хеҙмәт итеү бурысы төшә, ә шулай ҙа һуғыш оҙаҡҡа һуҙылһа, алып китеү ихтималлығы була. “Ураҙа ваҡыты ине. Иртән атайым менән әсәйем сәй эсеп ултыра, шәкәр ватҡан тауышҡа сәй эсергә тип һике­решеп торҙоҡ. Ишек алдына сыҡһам, тауыш ишетелә, ҙур йөк машинаһы кил­гән, уның һаны иҫемдә уйылып ҡалған - 9942. Халыҡ күп йыйылған - ир-егет­тәр, әбей-бабайҙар, бала саға, маши­на янында ығы-зығы ҡупҡайны. Алдан хәбәр алған ир-егеттәрҙе фронтҡа шу­лай күмәкләп оҙатып ебәрҙек”.
Һуғыш дауам итә. Тормош көндән-көн ауырая. Фронттан өсмөйөшлө хаттар килә. Улар һағыныу менән һуғарылған. Маһира инәй, Аптраҡ мәктәбенә ас- яланғас, өшөп-туңып 8 километр йәй­әү йөрөп 6 класты уҡып сыға. Арта­бан мәктәпте ташлап эшкә тотона. “14 йәшлек малайҙар урманға барып имән утын ҡырҡып алып ҡайта, беҙ, ҡыҙҙар, ҡул бысҡыһы менән бысабыҙ, ярабыҙ, мейес башында киптерәбеҙ. Колхоз­дың тракторы була торғайны, шуға кип­кән утынды алып барабыҙ, ул ошоно яғып, ер һөрә, тырмай ине. Һуңынан атайым менән Хәкимйән бабай, муй­ындарына биҙрә аҫып, ҡул менән иген сәсә. Ҡатын-ҡыҙ туғайҙа йәшелсә- емеш үҫтерә, уны күмәк бала саға утай, көйәнтәләп һыу ташып һибәбеҙ, төндәрен урламаһындар өсөн ҡарттар һаҡлай ине. Шуға ла ике йыл самаһы аслыҡ булманы, келәттәге запастан норманы биреп торҙолар. Томансы ауылында үлгәндәр булманы.
Ауыр ҡыштар, яҙҙар, йәйҙәр, көҙҙәр үтә торҙо. Фронттан да инде яҡшы хәбәрҙәр ҙә ишетелә башланы. Бына, ниһайәт, Еңеү!” - тип хәтирәләре менән уртаҡлашты инәй.
Һуғыш бөткәс тә, рәхәт тормош башланып китмәй. Илде аяҡҡа баҫты­рыу өсөн ең һыҙғанып эшләйҙәр. 17 йәшлек ҡыҙға ҡул бысҡыһы менән ур­ман ҡырҡырға ла тура килә. Украина- ла ете йыл хеҙмәт итеп ҡайтҡан Түләк ауылы егете Рәжәбкә кейәүгә сыға.
Маһира ҠАМБУЛАТОВА:
-14 йәшемдә иптәш ҡыҙым Са- диҡа менән икебеҙҙе, апрелдең ун һигеҙе, ҡыуғынға яҙғандар. Беҙҙе Ғирман исемле ағай йәй­әүләп алып китте. Шулай көс-хәл менән этләнеп ырғыҙлыға барып еттек. Унда быуа быуалар ине, төн сыҡҡансы, һыу йыйыла, таң менән бүрәнәләрҙе һыуға төшөрөп ҡы­уабыҙ. Ауыр ҡыштар, яҙҙар, йәй­ҙәр, көҙҙәр үтә торҙо. Фронттан да яҡшы хәбәрҙәр ишетелә башланы. Ниһайәт, Еңеү көнө килде!”
Ошо ауылда төпләнеп, “Арыҫлан” сов­хозы фермаһында һыйыр һауа. Ете бала араһында үҫкән Маһира Ҡамбула­това үҙе лә ете балаға ғүмер бүләк итә. Һуғыш йылдарынан һуң аяҡҡа баҫыуы бик ауыр була. Тормош иптәше менән 20 йыл ғына йәшәп ҡала, уны ҡаты ауы­рыу гүргә индерә, ә балаларҙы аяҡҡа баҫтырыу Маһира инәй елкәһенә төшә. Ферманы бөтөргәс, ауылда бүтән эш ҡалмай, ул ҡалаға мебель магазинына йөрөп эшләй. Ҡайғы еле лә урап үт­мәй - бер-бер артлы дүрт балаһын ер ҡуйынына һала. 90 йәшлек инәй әле лә бирешмәй үҙ йортонда донъя көтә. Еңеүгә индергән өлөшө өсөн юби­лей миҙалдары, Әсәлек даны ордены менән бүләкләнгән.
Балалары бер ҙә ташламай уны, ей- ән-ейәнсәрҙәре лә килеп хәлен бе­леп, ярҙамлашып китә. “Аллаға шөкөр, үҙемде үҙем ҡарай алам, хәтерем дә бына тигән, аяғымда йөрөйөм, тик һыҙланыуҙар ҙа юҡ түгел, йәш саҡтың эҙелер инде. Ҡәнәғәтмен, тормош еңел хәҙер”, - тип, бәхетле ҡартлыҡта ғүмер кисерә Маһира Ғизетдин ҡыҙы.
Оло һынауҙарҙы үтә алған һуғыш быуыны әле лә йәшәү дәртен, кеше­гә, тормошҡа һөйөүҙе, яҡты киләсәккә ышанысты, өмөттө юғалтмаған, күңел­дәре ҡатмаған.
Улар бөгөнгө ауырлыҡтар алдында юғалып ҡалмаған, булғанына шөкөр итеп, балалары һәм ейәндәренең уңыштарына ҡыуанып йәшәй белә.
Лилиә АРыҪЛАНОВА.
Автор фотоһы.
Читайте нас: