Конгэк
-4 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Июнь 2020, 16:40

Башҡортостанда был аҙнала аномаль эҫелек урман янғындарына сәбәпсе булыуы ихтимал

Башҡортостанда был аҙнала көндөҙгө сәғәттәрҙә һауа температураһының 30 градусҡа тиклем һәм унан юғарыраҡ күтәрелеүе фаразлана. Урыны менән 35 градусҡа етеүе мөмкин.

Башҡортостанда был аҙнала көндөҙгө сәғәттәрҙә һауа температураһының 30 градусҡа тиклем һәм унан юғарыраҡ күтәрелеүе фаразлана. Урыны менән 35 градусҡа етеүе мөмкин.
Ошондай ҡоро һәм эҫе һауа торошо республика урмандарында янғын хәүефен арттыра, тип хәбәр итә Башгидромет.
Эҫе һауа торошо Урал биләмәһенә ҡеүәтле антициклон килеүе менән бәйле, тип билдәләй синоптиктар.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: