Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Июнь 2020, 15:04

Башҡортостанда сүпте сорттарға айырыу буйынса эре комплекстар төҙөү дауам итә

Башҡортостандың өс районында сүптәрҙе сорттарға айырыу буйынса эре комплекстар төҙөүҙе дауам итәләр. Был объекттарҙы төҙөү “Экология” милли проекты күрһәткестәренә ирешергә ярҙам итәсәк.

Башҡортостандың өс районында сүптәрҙе сорттарға айырыу буйынса эре комплекстар төҙөүҙе дауам итәләр. Был объекттарҙы төҙөү “Экология” милли проекты күрһәткестәренә ирешергә ярҙам итәсәк.
Туймазы районында төҙөлөүсе йылына 100 мең тонна сүпте эшкәртеүгә иҫәпләнгән комплекс заманса “Грохот” һәм “Шредер” системалары менән йыһазландырылған буласаҡ. Был системаларҙың беренсеһе ҡалдыҡтарҙан артабан файҙаланырға мөмкин булған ресурстарҙың 30 процентҡа яҡынын һайлап алып, бөтә органиканы иләргә, ә икенсеһе – эре сүптәрҙе ваҡларға мөмкинлек бирәсәк.
Дәүләкән районында шулай уҡ йылына 40 мең тонна сүп эшкәртеүгә иҫәпләнгән комплекс төҙөргә ниәтләйҙәр. Әлеге ваҡытта “Экология Т” йәмғиәте төбәк операторы төҙөлөш өсөн ер участкаһы алған, проект-смета документацияһы буйынса эш алып барыла. Бәләбәй районында ла комплекс төҙөләсәк ер участкаһын теркәү бара. Чүптәрҙе сорттарға айырыу комплекстарын төҙөү шулай уҡ өҫтәмә эш урындары булдырырға ла ярҙам итәсәк.
#ЭкологияМиллиПроекты
#ЯңыКомплекстарТөҙөлә
#МиллиПроекттарБашҡортостан
Яңылыҡ һәм фото сығанағы: https://mgazeta.com/
Читайте нас: