Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Июнь 2020, 11:55

Иң мөһиме - балаларҙың сәләмәтлеге

Үткән аҙнала районыбыҙға эш сәфәре менән РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров килде. Ул ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре менән бергә Нурдәүләт, Үрге Юлдаш, Һабаш ауылдарынан Ергән мәктәбенә йөрөп уҡыған уҡыусыларҙың маршрутын, юл хәүефһеҙлеге талаптары үтәлешен тикшерҙе.

Үткән аҙнала районыбыҙға эш сәфәре менән РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров килде. Ул ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре менән бергә Нурдәүләт, Үрге Юлдаш, Һабаш ауылдарынан Ергән мәктәбенә йөрөп уҡыған уҡыусыларҙың маршрутын, юл хәүефһеҙлеге талаптары үтәлешен тикшерҙе. Ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Рәил Әбделғәниев аңлатма биреп, депутатты оҙатып йөрөнө. Балалар, бер нисә урында йыйылып, мәктәп автобусын көтә. Зариф Закир улы район хакимиәте башлығының төҙөлөш, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм инфраструктура буйынса урынбаҫары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Василий Егоровҡа ҡыҫҡа ваҡытта туҡталҡалар урынлаштырыуҙы йөкмәтте. “Уҡыусылар тәғәйен ваҡытта автобусҡа сыҡһа ла, һауа шарттары үҙгәреүсән, төрлө сәбәп менән транспорттың һуңлап килеү мөмкинлеген иҫәпкә алырға кәрәк. Балалар ел-ямғырҙан ышыҡланырға тейеш, уларҙың сәләмәтлеге мөһим”, - тине ул. Ергән мәктәбе эргәһендә ике урамда юл аша сығыу урынын, Т7 иҫкәртеү светофорын, яһалма тигеҙһеҙлекте тәртипкә килтереү, “Иғтибар, балалар!” юл билдәһен ҡуйыу мотлаҡ. Рәсәй Эске эштәр министрлығының Башҡортостан буйынса ЮХХДИ дәүләт юл күҙәтеүе өлкән инспекторы Руслан Ғәҙелшин бөтә етешһеҙлектәрҙе иҫәпкә алырға, оҙаҡҡа һуҙмай хәл итергә кәңәш бирҙе. Ергән мәктәбе директоры Лилиә Әхтәмова оло юл ситенә тротуар түшәүҙәрен һораны. Уның юҡлығы Совет урамы буйлап йәйәү йөрөгән уҡыусылар өсөн ҙур хәүеф тыуҙыра.
Зариф Закир улы тикшереү барышында йөкмәтелгән бурыстарҙың үтәлешен контролдә тотасағын белдерҙе.
Читайте нас: