Конгэк
-25 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Июнь 2020, 19:20

Башҡортостанда ғибәҙәт йорттары асыла

Башҡортостанда ғибәҙәт йорттары асыла. Был хаҡта республика башлығы министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре менән оператив кәңәшмәлә белдерҙе.

Башҡортостанда ғибәҙәт йорттары асыла. Был хаҡта республика башлығы министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре менән оператив кәңәшмәлә белдерҙе.
Радий Хәбиров уға дин әһелдәренең яйлап дини учреждениеларҙы асыу тәҡдиме менән мөрәжәғәт итеүҙәрен әйтте һәм ошо йәһәттән Роспотребнадзор тәҡдимдәренә ярашлы эшләүҙәрен һораны.
«29 июндән халыҡ мәсеттәргә, православие ҡорамдарына килә алһын өсөн был ҡарарҙы рәсмиләштерергә кәрәк, улар асылһын, эшләһен», — тип белдерҙе республика башлығы.
Әлегә шатланыу өсөн сәбәптәр бик юҡ, тип билдәләне ул. Коронавирус йоҡтороусылар буйынса статистика кәмеүҙе күрһәтһә лә, кешеләрҙең сирләүе дауам итә. Республика етәксеһе муниципалитет башлыҡтарына ваҡытынан алда тынысланмаҫҡа ҡушты.