Көнгәк
+23 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
22 Июня 2020, 06:22

Июлдә Башҡортостанда төндә ҡырау төшөүе көтөлмәй

Алдағы ике-өс көндә Башҡортостанда төндә ҡырау төшөүе туҡтай һәм июлдә бындай һауа шарттары ҡабатланмай. Рәсәй Гидрометүҙәгенең фәнни етәксеһе Роман Вильфандтың теорияһы быны раҫлай.

Алдағы ике-өс көндә Башҡортостанда төндә ҡырау төшөүе туҡтай һәм июлдә бындай һауа шарттары ҡабатланмай. Рәсәй Гидрометүҙәгенең фәнни етәксеһе Роман Вильфандтың теорияһы быны раҫлай.
«Теоритик яҡтан хәҙер ҡырау булмай. Сөнки ҡырау төшһөн өсөн һауаға тупраҡты ла һыуытырға тура килә, ысынында иһә был мөмкин түгел», — тине «РИА Новости» агентлығы әңгәмәсеһе.
Рәсәй Гидрометүҙәгенең лаборатория мөдире Людмила Паршина һүҙҙәренсә, июлдә Башҡортостанда һауа температураһы, Урал буйындағы кеүек үк, норманан бер градусҡа юғарыраҡ була.
Фото: асыҡ сығанаҡтан
Читайте нас