Конгэк
-27 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Июнь 2020, 19:41

Хеҙмәт министрлығы 24 июндә эшләмәгән көн өсөн нисек түләнәсәген аңлатты

Рәсәй Хеҙмәт министрлығы быйыл Владимир Путин Еңеү парадын уҙғарыу көнө тип иғлан иткән 24 июнь — эшләмәгән көн өсөн нисек түләнәсәген аңлатты.

Рәсәй Хеҙмәт министрлығы быйыл Владимир Путин Еңеү парадын уҙғарыу көнө тип иғлан иткән 24 июнь — эшләмәгән көн өсөн нисек түләнәсәген аңлатты.
2020 йылдың 24 июне илдә хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡы һаҡланған ял көнө тип иғлан ителде, тип белдерҙеләр ведомствола.
Был көн өсөн хеҙмәткәр ошо көндә тулыһынса эшләгән осраҡта күпме алһа, шунса алырға тейеш.
Ошо көндә эшләгән хеҙмәткәрҙәргә (өҙлөкһөҙ етештереү, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ учреждениелары, медицина учреждениелары) аҡса ғәҙәти күләмдә түләнә, сөнки эшләмәгән көндәр ялға йәки эшләмәгән байрам көндәренә ҡарамай.
2020 йылдың 24 июне ял тип иғлан ителеүгә бәйле производство календары үҙгәрмәй. Был көн эш ваҡыты нормаһынан алынмай, отпуск оҙайтылмай.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 1 июлдә — Рәсәй Конституцияһына үҙгәрештәр индереү буйынса тауыш биргән көндә эшләгән өсөн рәсәйҙәргә икеләтә хеҙмәт хаҡы түләнә.
Тауыш биргән көндә эшләмәгән хеҙмәткәрҙәр ҙә эш хаҡын һаҡлап ҡала.