Конгэк
-25 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Июнь 2020, 18:02

15 июлдә Рәсәй кинотеатрҙарының асылыуы ихтимал – Мәҙәниәт министрлығы

15 июлдә Рәсәй кинотеатрҙарында фильмдар күрһәтә башлауҙары ихтимал. Был хаҡта 25 июндә Волгоградҡа эш сәфәре барышында Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Ольга Любимова белдерҙе.

15 июлдә Рәсәй кинотеатрҙарында фильмдар күрһәтә башлауҙары ихтимал. Был хаҡта 25 июндә Волгоградҡа эш сәфәре барышында Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Ольга Любимова белдерҙе.
Ведомство етәксеһе фекеренсә, бөтә төбәктәрҙә лә бер үк ваҡытта уларҙың эшен тергеҙеү тураһында ҡарар ҡабул итеү урынлы булыр ине. Ул кинотеатрҙарҙы асыу хаҡында ла Роспотребнадзор менән даими эш алып барылыуын билдәләне.
Кинопремьераларҙы уҙғарыу өсөн барлыҡ кинотеатрҙар асыҡ булырға тейеш, юғиһә хоҡуҡҡа эйә булыусылар өсөн проблема һәм хәүеф килеп тыуыуы мөмкин, тине Ольга Любимова.
«Беҙ 15 июлгә иҫәп тотабыҙ, ул беҙҙең өсөн актуаль булып ҡала. Ләкин тәү сиратта Мәскәүҙең Мәҙәниәт департаменты менән аралашыуҙы дауам итәбеҙ, сөнки баш ҡалала кинотеатрҙар һәм тамашасылар бик күп», – тип белдерҙе Ольга Любимова.
Ҡәтғи ҡарар комплекслы, илдең ҙур ҡалаларындағы эпидемиологик хәлдән сығып ҡабул ителә.
Фото: Олег Яровиков