Башҡортостанда быйыл апрелдә уртаса айлыҡ номиналь иҫәпләнгән эш хаҡы 37 124 һумға еткән, дөйөм алғанда, ғинуар-апрелдә 36 143 һумдан артҡан, тип хәбәр итте республика статистиктары.
Шул уҡ ваҡытта апрелдә республикала реаль иҫәпләнгән хеҙмәт хаҡы, 2019 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда, 0,1 процентҡа кәмегән. Ғинуар-апрелдә, киреһенсә, 3 процентҡа артҡан.