ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Июнь 2020, 14:09

Гәзиттең бәҫен төшөрмәйек

Самойловка ауылында йәшәгән Петр Микушов "Көнгәк" гәзитенә яҙылып ҡыуанды. Башҡорт телен һыу кеүек эсә тиҙәр ундайҙар хаҡында. "Милләтем урыҫ булһа ла, телем башҡортса асылды...

Самойловка ауылында йәшәгән Петр Микушов "Көнгәк" гәзитенә яҙылып ҡыуанды. Башҡорт телен һыу кеүек эсә тиҙәр ундайҙар хаҡында. "Милләтем урыҫ булһа ла, телем башҡортса асылды. Әсәйҙәр эштә йөрөгәндә беҙ, ауыл балалары, инәй-бабайҙар тәрбиәһендә төрлө әкиәт, сәхифәләр тыңлап үҫтек. Башҡорт халҡын ныҡ хөрмәтләйем, ғүмерем буйы уларҙың тарихын өйрәндем. Был милләт ҡыйыу, үткер телле, сыҙам, ярҙамсыл, кешелекле. Бала сағым һуғыш йылдарына тура килде. Аслыҡтың, михнәттең ни икәнен тойоп беләм. Ауырлыҡ килгәндә кемдең кем икәне билдәләнә. Бер ваҡытта ла башҡорттар ярҙам ҡулы һуҙмай үтмәй, бер кемде лә ситләтмәй", - ти Петр Михайлович. Тәбиғәте менән киң күңелле ағай шиғырҙар, хикәйәләр яҙа. Фәҡәт башҡорттарҙың йәшәйешен, асылын сағылдырған әҫәрҙәре бар. Әле биш китабы донъя күргән, өсәүһе баҫмаға әҙер. Петр Микушов уҡыусыларыбыҙға үҙ теләктәрен дә еткерҙе: " Мин мәғлүмәтте ҡағыҙҙан уҡып белеү яҡлымын. Әлбиттә бөгөн бар нәмә интернет селтәрендә. Әммә уның ни тиклем һаулыҡҡа зыян икәнен дә оноторға ярамай. Үҙебеҙҙең "Көнгәк" гәзите бай йөкмәткеле. Бер темала яҡтыртылмай ҡалмай. Үҙебеҙҙең баҫманы күтәрәйек, бәҫен төшөрмәйек, ҡәҙерле яҡташтарым!"
Читайте нас: