Конгэк
-4 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Июль 2020, 17:15

1 июль - Рәсәйҙә Конституцияға үҙгәрештәр индереү буйынса төп тауыш биреү көнө

2563-сө һайлау участкаһына ҡаланың 2 меңгә яҡын кешеһе беркетелгән.

2563-сө һайлау участкаһына ҡаланың 2 меңгә яҡын кешеһе беркетелгән.
- Коронавирус таралыуына юл ҡуймау маҡсатында, тауыш биреү 25 июндән үк башланды. Беҙҙең тауыш биреүселәребеҙ һәр ваҡыттағыса әүҙемлек күрһәтте. Бөгөн иртәндән алып та халыҡ күп килә. Бәлки был бөгөнгө көндөң ял тип иғлан ителеүе менән дә бәйлелер. Оло быуын вәкилдәре лә, йәштәр ҙә гражданлыҡ бурысын үтәргә ашыға,- тип һөйләй участка һайлау комиссияһы рәйесе Лилиә Козусь.

Участкала тауыш биреүҙең хәүефһеҙ үтеүе өсөн барлыҡ шарттар булдырылған.
Тауыш биреүселәр бер ишектән инеп, икенсе ерҙән сығып китә. Тейешле дистанциялар һаҡлана, комиссия ағзалары махсус кейемдә, ингән кешеләрҙең ҡулдары антисептик менән эшкәртелә, битлек, маска, ручка бирелә.
Читайте нас: