ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Июль 2020, 19:00

Улар һуғышты һайламаған

Бөгөнгө тыныс атҡан таңдар, һәр иртә ҡоштар тауышын тыңлап, ергә ныҡлы баҫып йөрөүебеҙ өсөн кемдәргә бурыслыбыҙ?

Бөгөнгө тыныс атҡан таңдар, һәр иртә ҡоштар тауышын тыңлап, ергә ныҡлы баҫып йөрөүебеҙ өсөн кемдәргә бурыслыбыҙ? Эйе, Тыуған илебеҙҙе ҡорал тотоп, һуғыштың ҡаты һынауҙарын үткән һалдаттарға. Чечен ерендәге һуғыш беҙҙең илдә Бөйөк Ватан һуғышы осоронан һуң иң ҙур хәрби бәрелеш була. Күпме егет тәүге тапҡыр һуғыш һәм үлем менән күҙгә - күҙ осраша.
Хәрби хәрәкәттәр ветерандары көнө айҡанлы Дан бульварында “Батальон” Төньяҡ Кавказ хәрби хәрәкәтенең ветерандар берекмәһе чечен һуғышында ҡатнашҡан һалдаттар һәйкәленә сәскә һалыу ойошторҙо. Ойошма рәйесе Йәмил Әлмөхәмәтов сығышында иҫән-һау ҡайтҡан яугирҙәрҙе сәләмләп, яу ҡырында ҡалғандар тураһында иҫтәлектәр менән уртаҡлашты. Ҡаһарман егеттәр бер минут тынлыҡ менән иҫкә алынды. Һуңынан һәләк булғандар ҡәберенә, зыяратта урынлашҡан һәйкәл янына сәскәләр һалынды.
Йәш кенә саҡта үлемгә ҡаршы баҫҡанда, улар һуғышты һайламаған бит. Бөгөн йәш һалдаттар тыныс тормош һағына баҫа, улар кеүек саҡта ғүмерҙәрен аямаған яҡташтары өлгөһөндә йәш быуында ватансылыҡ тәрбиәләнә. Беҙҙең бурыс - илебеҙ халҡы тыныслығы хаҡына башын һалғандарҙың батырлыҡтарын онотмау.
Читайте нас: