Конгэк
-4 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Июль 2020, 19:04

Хеҙмәттә үткән ғүмер

Ҡаршы иҫкән тормош елдәренә бирешмәй, сит-яттарға һынатмай, бирелгән ғүмерҙе лайыҡлы йәшәй белеү - үҙе бер ҙур отош ул. Тырыш, һәр ваҡыт үҙ маҡсатына ирешкән Гөлсөм Күсмәева бөгөн дә әүҙем тормош алып бара.

Ҡаршы иҫкән тормош елдәренә бирешмәй, сит-яттарға һынатмай, бирелгән ғүмерҙе лайыҡлы йәшәй белеү - үҙе бер ҙур отош ул. Тырыш, һәр ваҡыт үҙ маҡсатына ирешкән Гөлсөм Күсмәева бөгөн дә әүҙем тормош алып бара.
Тәбиғәттең гүзәл мөйөшөнә һыйынып ҡына ултырған Ерек ауылында Миңһылыу һәм Харис Күсмәевтарҙың ишле ғаиләһендә туғыҙынсы бала булып донъя­ға килә Гөлсөм апай. Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда уға ни бары өс кенә йәш була. Күпме сабыйҙың яҙмышын, өмөт-хыялдарын селпәрәмә килтергән, бала саҡ бәхетенән мәхрүм иткән ул йылдар шау­ҡымы бер ғаиләне лә урап үтмәй. Атаһы һаулығы бу­йынса һуғыштың беренсе көнөнән үк хеҙмәт фронтына алына. 1943 йылда ҡайтҡас, донъялары түңәрәкләнде инде тигәндә яңынан һуғышҡа алып китәләр. Фронттан үҙе әле бер ҙә күрмәгән унынсы сабыйына сәләмдәр яҙғанда Польша тарафтарында һәләк булып ҡалырмын тип уйламағандыр ул. Бөтә тормоштоң ауырлығы әсәй елкәһенә төшә. Көслө рухлы әсә бирешмәй, сабыйҙарын аяҡҡа баҫтырыр өсөн бар көсөн һала. Гөлсөм Харис ҡыҙы Үрге Таш ауылына йµрµп 7-се: класты тамамлай. Ололар менән бергә колхозда төрлө эш башҡара. Маҡсатына ирешергә өйрәнгән ҡыҙ әсәһенә ярҙам итеү теләге менән Төркмәнстанға сығып китә. Унда буровойҙа моторист-дизелсе һµнәрен үҙләштерә һәм эш башлай. Үҙенең икенсе яртыһы Ауырғазы районы егете Әнүәрҙе лә ошонда осрата. Улар тормош ҡороп ике ҡыҙға ғүмер бүләк итә. Күпме михнәт, бала ҡайғыһы күргән, һау­лығы ҡаҡшаған әсәһен дә үҙ янына ала. Көслө рухлы Гөлсөм Күсмәева ғүмеренең күп өлөшөн хеҙмәткә бағыш­лай. Нефть йыйыу операторы булып урынлашҡас, белем алыу өсөн нефть техникумына уҡырға инә. Биш йыл шулай уҡыу, эш, ғаилә араһында дипломын ҡулына алып ҡыуана. Эш араһында ауырыған әсәһен дә ихлас тәрбиәләй. Тормош юғалтыуһыҙ ғына бармай ҡәҙерле кешеһен Төркмәнстанда ерләргә тура килә.
Махсус белемле белгес һәр ваҡыт үҙ һµнәре буйынса эшләргә ынтыла. Коми АССР-ы нефть сығарыу идаралығына китапхана мµдире итеп тәғәйенләйҙәр. Бында ул үҙе китаптар йыйып, әүҙем эш алып бара. Тик бындағы һалҡын ҡышта йәшәү шарттары насарлыҡтан, торлағын ҡалдырып, Төркмәнс­танға ҡайтырға мәжбүр була. Артабан да күп урындарҙа эшләргә тура килә уға. Ҡайҙа ғына йәшәһәң дә, тыуған яҡ һағындыра бит ул. Теләге тормошҡа аша уның, Мәләүезгә ҡайтыу бәхетенә ирешә, Йомағужа һыу­һаҡлағысына әйҙәүсе инженер булып урынлаша, шунан хаҡлы ялға сыға. Ул йылдарҙы әле лә дәртләнеп һөйләй ул. Эйе, заманына күрә төрлө ауыр эштәрҙе башҡарыр­ға тура килгән, әммә илап-һыҡтап, яҙмышҡа зарланып, әҙерҙе өмөт итеп ултырмаған Гөлсөм Харис ҡыҙы. Әсе яҙмыш һынаған, тормоштоң ағын-ҡараһын, көйөнөс-һөйөнөстәрен күргән, ғаилә ҡороп, балалар үҫтергән, ғүмере намыҫлы хеҙмәттә үткән.
Ысын илһөйәр Гөлсөм Күсмәева милләте өсөн янып йәшәй. Райондың берҙән-бер башҡорт гәзите “Көнгәк” йәшәһен тип ваҡытын йәлләмәй, яҡташтарын яҙылыр­ға әйҙәй ул. Йәй көндәрен тыу­ған ауылына ҡайтып, емеш-еләк йыя, бала саҡ юлдарынан уҙып, хәтирәлә­рен барлай. Тынғыһыҙ йөрәге ошонда ғына тыныслана, күңеленә рәхәтлек таба.
Читайте нас: