ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Июль 2020, 18:42

Ил күрке – мөхәббәтле ғаилә

Мәҙәниәт йорттары, күп функциялы үҙәктәр, ауыл клубтары үҙизоляция ваҡытында дистанциялы режимда эшләне. Был ауылдаштар менән тығыҙ бәйләнеш булдырыу, талантлы күршеләр менән танышыуға юл асты. Барлыҡ интерент-саралар араһында “Минең йортом - минең ғаиләм” ижади конкурсы айырыуса үҙенсәлекле булды. Ғаилә темаһына бағышланған саралар 15 майҙа - Халыҡ-ара ғаилә көнөндә башланды һәм 8 июлдә - Мөхәббәт, ғаилә һәм тоғролоҡ көнөндә тамамлана.

Мәҙәниәт йорттары, күп функциялы үҙәктәр, ауыл клубтары үҙизоляция ваҡытында дистанциялы режимда эшләне. Был ауылдаштар менән тығыҙ бәйләнеш булдырыу, талантлы күршеләр менән танышыуға юл асты. Барлыҡ интерент-саралар араһында “Минең йортом - минең ғаиләм” ижади конкурсы айырыуса үҙенсәлекле булды. Ғаилә темаһына бағышланған саралар 15 майҙа - Халыҡ-ара ғаилә көнөндә башланды һәм 8 июлдә - Мөхәббәт, ғаилә һәм тоғролоҡ көнөндә тамамлана.
Конкурста ҡатнашыусылар ғаилә ҡиммәттәре һәм йолалары, ижади һәм спорт уңыштары, ял мәлдәре сағылған фотолар һәм видеояҙмалар менән бүлеште. Шулай уҡ балаларҙың ижад эштәре презентациялары ҡаралды.
“ВКонтакте” социаль селтәрҙә Арыҫлан ауылы мәҙәниәт йорто биләмәнең йәш данлыҡлы күп балалалы ғаиләләрҙе тәҡдим итте. Смаҡ ауылында дүрт әсәй "Әсәлек даны" миҙалы менән бүләкләнгән. Зәлиә һәм Сәлих Байгилдиндар, Рәсимә һәм Ришат Шаһмановтар, Фирүзә һәм Рәфис Сафиндар, Гөлйөҙөм һәм Тимерғәли Аҫылбаевтар талантлы 5-әр бала тәрбиәләй. Улар артынан йәш ғаиләләр Регина һәм Илшат Байгилдиндар, Ләйсән һәм Илгиз Таштимеровтар, Роза һәм Ринат Бикбулатовтар, Рузанна һәм Азамат Кәшәфетдиновтар ғаиләһендә 4-әр бала үҫә. Ошо ғаилә ағзалары барыһы ла әүҙем йәшәү рәүеше алып бара, төрлө байрам сараларында ҡатнаша, сәхнәлә сығыш яһай, спорт менән шөғөлләнә. Ике ай буйына социаль селтәрҙә ауылдаштар, ҡатнашыусыларҙың сығыштарын ҡарап, 3 меңдән ашыу тауыш бирҙе. Һөҙөмтәлә иң күп тауыш йыйған 5 ҡыҙ тәрбиәләгән Зәлиә һәм Сәлих Байгилдиндар ғаиләһе еңеү яуланы. Ҡыҙҙары, әсәләре һымаҡ, ҡул эштәренә оҫта хужабикәләр. Зәлиә бала саҡтан бейеүсе, ҡыҙҙарында ла бейеүгә һөйөү тәрбиәләгән. Аталары гармунда уйнағанда бергә ҡушылып йыр ҙа башҡара улар. Был ғаилә ансамбле бөтә ауыл сараларында әүҙем ҡатнаша.
Шәрип ауылында ла өлгөлө ғаиләләр күп. Шуларҙын береһе 50 йыл бергә татыу ғүмер иткән Мөкәрәмә һәм Баязит Ҡырымсуриндар. Улар бергә биш бала тәрбиәләп үҫтергән һәм бөгөн ейән-ейәнсәрҙәрен дә тәрбиәләүҙә ярҙам итеп, ауылдаштарға үрнәк булып йәшәй.
Баязит Ҡырымсурин - ауылда староста. Тормош иптәше Мөкәрәмә төп йорттан таралышып сығып киткән балаларын, ейән-ейәнсәрҙәрен тәмле ризыҡтар әҙерләп көтөп ала. Ейәндәре Арыҫлан, «Һеңлекәш» фильмында төп ролде башҡарып, ҙур еңеүгә лайыҡ булды. Ейәнсәрҙәре Камила бик оҫта йырлай, төрлө конкурстарҙа ҡатнаша. Бына шулай балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең шатлыҡ-ҡыуаныстарына төрөнөп йәшәй Ҡырымсуриндар ғаиләһе.
Ысынлап та районыбыҙҙа күп балалы, ныҡлы ғаиләләр бик күп, быны ҡатнашыусылар һаны күрһәтте. Ауылдаштар төрлө фото-видео материалдарҙа ғаилә бәхете сере менән уртаҡлашты, таланттары менән ҡыуандырҙы. Шулай уҡ Нордовка, Ҡотош, Ҡаран, Первомай, Һабаш, Боһорман Варварино клубтарынан да ҡатнашыусылар байтаҡ булды.
Һәр йортта - тыныслыҡ һәм дуҫлыҡ, һәр ғаиләлә мөхәббәт һәм татыулыҡ хөкөм итһен.
Әлфиә БАЯЗИТОВА, мәҙәни-ял үҙәге методисы.
Читайте нас: