Конгэк
-13 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Июль 2020, 19:18

Владимир Путин “Рус донъяһы”н финанслауҙы оҙайтты

“Рус донъяһы” фондына аҡса күсереүҙе 2025 йылға тиклем оҙайттылар. Тейешле указға Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы. Документ хоҡуҡи мәғлүмәт порталында урынлаштырылған.

“Рус донъяһы” фондына аҡса күсереүҙе 2025 йылға тиклем оҙайттылар. Тейешле указға Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы. Документ хоҡуҡи мәғлүмәт порталында урынлаштырылған.
“Рус донъяһы” фонды 2007 йылда дәүләт башлығы указына ярашлы булдырылғайны. Ул рус телен һәм мәҙәниәтен популярлаштырыу, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә уны өйрәнеү буйынса программаларға ярҙам итеү менән шөғөлләнә.
Фондтың сайтында рус донъяһының рустар ғына түгел, ә бөтә рәсәйлеләр, сит илдәрҙәге яҡташтар, шлай уҡ рус телендә һөйләшеүсе сит ил кешеләре лә булыуын билдәләйҙәр.
Рәсәйҙә 4 июлдә яңыртылған Конституция үҙ көсөнә инде. Үҙгәрештәр араһында рус теленең дәүләт теле булараҡ статусын нығытыу ҙа бар.
#ВладимирПутин
#ФондтыФинанслау
Яңылыҡ сығанағы: https://lenta.ru/
Фото: Алексей Дружинин / РИА Новости
Читайте нас: