ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Июль 2020, 18:37

Һыу инеү ҠАҒИҘӘЛӘРЕ

Һыу ингәндә һәр кемде төрлө яҡтан хәүеф һағалай. Түбәндәге дөйөм ҡағиҙәләрҙе үтәгәндә күңелһеҙ осраҡтарҙы иҫкәртергә мөмкин:

Һыу ингәндә һәр кемде төрлө яҡтан хәүеф һағалай. Түбәндәге дөйөм ҡағиҙәләрҙе үтәгәндә күңелһеҙ осраҡтарҙы иҫкәртергә мөмкин:
* Организмдың артыҡ эҫенеүе хәүефе булмағанда, йәғни иртән йәки кисен генә һыу инергә тырышығыҙ. Оҙаҡ ҡояш аҫтында йµрµргә тура килһә, күләгәлә бер аҙ ял итеп, һыуынғас ҡына һыуға тµшµгµҙ;
* йүгереп килеп, ҡапыл суммағыҙ, яйлап ҡына төшөгөҙ. Тәнегеҙ һыу һәм һауа температураһына µйрәнмәһә, ҡан тамырҙары ҡыҫылыуы ихтимал;
* насар йөҙһәгеҙ, ярҙан йыраҡ китмәгеҙ. өрөп тултырмалы матраста, түңәрәктә йәки уйынсыҡтарҙа йµрµгәндә лә яр ситенән йыраҡлашмағыҙ;
* алыҫ араға йµҙµр алдынан һыуҙа ял итергә өйрәнегеҙ, бының µсµн салҡан ятығыҙ ҙа тубығығыҙҙы, терһәгегеҙҙе эскә һәм түшкә яҡын килтерегеҙ;
* йөҙгән саҡта арығанлыҡ, хәлһеҙлек тойоу менән ярға табан боролоғоҙ. Кµсµгµҙҙµ яйлап тотоноғоҙ, ваҡыты-ваҡыты менән арҡағыҙға ятып ял итегеҙ;
* аяғығыҙҙы көҙән йыйырһа, уны һуҙырға тырышығыҙ, әгәр ҙә ныҡ тартышһа, һуҙырға мµмкин булмаһа, ҡулығыҙ менән тартығыҙ. Тәрән итеп тын алығыҙ ҙа сумығыҙ, башбармаҡты ныҡ итеп тотоғоҙ һәм табанығыҙҙы үҙегеҙгә тартығыҙ. Аяҡ тулыһынса һуҙылғансы тартығыҙ, йомшарғансы ышҡығыҙ.
Һыуға кеше ҡапыл йығылып төшһә, шаңҡып ҡалыуы һәм ваҡытлыса үҙенең нимә эшләгәнен контролдә тота алмауы ихтимал. Шуға күрә йылға янында булғанда һәр ваҡыт ярҙамға әҙер тороғоҙ.
Читайте нас: