Уҙған йәкшәбе Рәсәй почтаһы көнө билдәләнде. Почта хеҙмәте - элек-электән йәмғиәт тормошонда айырым урын биләгән тармаҡтарҙың береһе. Ул иң ышаныслы бәйләнеш сараһы булараҡ, халыҡ араһында ҙур һорау менән файҙалана, киң аралашыу мөмкинлеге бирә, иҡтисадтың тауар әйләнеше тармағын тулыландыра. Почта хеҙмәткәрҙәренең хеҙмәтләндереү төрҙәре лә көндән-көн арта.
Эткөсөк ауылы почтальоны Гөлфирә Ҡолмөхәмәтова дүрт йылдан ашыу Әбет, Эткөсөк ауылдары халҡына шатлыҡ өләшә, яңылыҡ тарата, көнкүреш кәрәк-ярағы менән дә тәьмин итә. “Эшем бик оҡшай, бында килгәс, үҙ урынымды таптым, тип уйланым. Кеше гәзит-журналға яҙылмай тип тә әйтә алмайым, һәр кем үҙенә оҡшаған баҫмаһына алдыра, ә минең бурыс - ваҡытында уларҙы килтереү”, - ти Гөлфирә Фәнил ҡыҙы.
Ауыр сумкаһын аҫып, гәзит-журналдар менән бергә күңел йылыһын өләшә ул. Үҙ эшен яратып, намыҫлы башҡарған хат ташыусыны көтөп алалар: баҫмалар менән бергә заказдарын да алып килә ул, кемдер аралашыуға, яҡшы һүҙгә мохтаж. Ә Гөлфирә Ҡолмөхәмәтова, бер ниндәй һауа торошона ҡарамай, улар янына ашыға.