ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Июль 2020, 18:15

Республика онкодиспансеры универсаль операция өҫтәлдәре алды

Ошо көндәрҙә, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә, Республика клиник онкология диспансерына Рәсәйҙә етештерелгән биш күп функциялы универсаль хирургик өҫтәл килтерелде. Бындай өҫтәлдәр сирлеләрҙе хирургик дауалауҙың сифатын арттырырға мөмкинлек бирәсәк.

-Өҫтәлдәрҙең мөһим үҙенсәлегенең береһе – модулле ложе булыуы. Ул кеше тәне анатомияһына ярашлы рәүештә проектланған, шуға ла төрлө хирургик операциялар ваҡытында оптималь таяныуҙы тәьмин итә, - тип билдәләйҙәр БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының мәғлүмәт хеҙмәтендә.
Конструкция пациент өсөн уңайлы һәм хәүефһеҙ, медицина персоналының уңайлы эш шарттарын тәьмин итә.
#ҺаулыҡҺаҡлауМиллиПроекты
#РеспубликаОнкологияДиспансеры
#ЯңыЙыһаздарҠайтартыла
Яңылыҡ һәм фото сығанағы: https://mgazeta.com/
Читайте нас: