Конгэк
+14 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Июль 2020, 13:55

Халыҡ ижады – мәңгелек хазина

Быйыл Рәсәйҙә тәү башлап Берҙәм фольклор көнө үтә. Был байрам йыл да уҙғарыласаҡ.

Быйыл Рәсәйҙә тәү башлап Берҙәм фольклор көнө үтә. Был байрам йыл да уҙғарыласаҡ.
Районыбыҙҙың мәҙәни-ял учреждениеларында халыҡ йолаларын, байрамдарын, йыр-моң, бейеү, һөнәрселек традицияларын тергеҙеү буйынса бик күп эш башҡарыла.
Әлеге ваҡытта беҙҙә 40-тан ашыу фольклор коллективы бар. Улар ғаилә-көнкүреш, туй йолалары өлөштәрен, йыр-бейеү һәм башҡа халыҡ ижадын тамашасыға еткерә. Һәр милләт фольклоры үҙенсәлекле, аң, рух кимәлен күтәреп, хәтерҙә уйылып һаҡланған хазина.
Һуңғы йылдарҙа “Баш ашы”, “Иҙел яры”, “Таллы”, “Көнгәк” кеүек байрамдар тергеҙелде. Мәҫәлән, Көнгәк тауына сығыу борон-борондан ҡалған, уға тәрән мәғәнә һалынған.
Халыҡ ижадын быуындан быуынға тапшырыуға Аптраҡ ауыл мәҙәниәте клубының “Аҫылташ” фольклор ансамбле ҙур өлөш индерә. Былтыр улар ун йыллыҡ юбилейын билдәләне. Төрлө йәштәге һөнәр эйәләрен дуҫ, татыу бер коллективҡа туплауҙа, башҡорт халыҡ йырҙарына һөйөү тәрбиәләүҙә етәкселәре, мәҙәни ойоштороусы Суфия Халиҡованың оҫталығы баһалап бөткөһөҙ. Ансамбль тарих төпкөлөндә онотолоп ҡалған йолаларҙы халыҡҡа ҡайтара. Репертуарҙары бейеү, таҡмаҡ, шаян йырҙар менән байытылған. “Ҡыҙ урлау”, “Шомбай”, “Башмағым” спектаклдәренән өҙөктәрҙе тамашасылар яратып ҡарай. “Балан йыйыу”, “Кәкүк сәйе”, “Сәскәләр байрамы”, “Уңыш байрамы”, “Йома сәйе” кеүек халыҡ йолалары сәхнәләштерелә.
Ун йыл дауамында коллектив район кимәлендәге төрлө конкурс һәм фестивалдәрҙә ҡатнашты: “Алтын тирмә”, “Фольклор үҫеше”, “Башҡортостан ынйылары”, “Районымдың ал таңдары”, “Еңеү салюты”, “Шәл бәйләнем”. Ижади эштәре юғары баһаланды: 2010 йылда “Башҡорт шәле” республика фестивалендә - өсөнсө урын; 2019 йылда “Башҡорт шәле-2019” республика фестиваль-конкурсында - III дәрәжә дипломы лауреттары.
Район-ҡалабыҙҙа фольклор саралары йылдан-йыл үҫешә, яңыра, байытыла. Халҡыбыҙҙың ҡомартҡыһын һаҡлаусыларға оло рәхмәт, изге эштәр дауам ителһен, уңыш юлдаш булһын.
Читайте нас: