Конгэк
+20 °С
Болотло
БЕҘҘЕҢ МЕНӘН БЕРГӘ БУЛЫҒЫҘ!
ОК
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Июль 2020, 11:09
Йәйегеҙ нисек үтә?
Июнь аҙағында беҙ, Һөйәрғолов- тар, Ҡолтаевтар, Байгилдиндар ғаиләләре, Бөрйән районының билдәле Шүлгәнташ мәмерйәһенә барҙыҡ. Юл буйы Башҡортостаныбыҙҙың гүзәллегенә һоҡланып туйманыҡ.
Июнь аҙағында беҙ, Һөйәрғолов- тар, Ҡолтаевтар, Байгилдиндар ғаиләләре, Бөрйән районының билдәле Шүлгәнташ мәмерйәһенә барҙыҡ. Юл буйы Башҡортостаныбыҙҙың гүзәллегенә һоҡланып туйманыҡ. Ырғыҙлы янындағы шишмәнән һыу алдыҡ, бик тәмле, саф. Сәфәребеҙҙе иҫтәлеккә ҡалдырыр өсөн бик күп фотоға төштөк. Шүлгәнташта алған тәьҫораттарҙы һөйләп бөтөрлөк түгел. Ундағы хозурлыҡ, иҫ киткес матурлыҡ! Ағиҙел йылғаһы йылыраҡ, таҙараҡ тойолдо. Рәхәтләнеп һыу индек, балыҡ тоттоҡ. Мәмерйәлә тәбиғәттең ни тиклем мөһабәт, мәшһүр, көслө икәненә инанаһың. Ҡурҡыу, һоҡланыу тойғолары бергә уҡмаша. Ғорур ҡаяларҙан, төрлө ағас үҫкән урмандан, йылға-күлдәрҙән күҙҙе алғы килмәй. Мөғжизә ошо була икән! Гәзиттә баҫылған конкурсҡа шул хаҡта яҙғы килде. Сәфәргә ун бер кеше барҙыҡ, үҙебеҙ менән сабый балабыҙҙы ла алдыҡ. Фотола (һулдан уңға) Сургут ҡалаһынан ҡайтҡан бер туған Гөлсәсәк апайымдың ҡыҙҙары Нурия, Нәркәс Байгилдиналар, ҡыҙым Азалия, артҡы планда үҙем.
Земфира ҺӨЙӘРҒОЛОВА.
Фото архивтан.
Редакция һайлауы
Новости
24 Март , 16:51
Матбуғат баҫмаларына яҙылыу кампанияһы
Илһөйәрлек мәктәбе
17 Апрель , 14:25
Илһөйәрҙәр булып үҫегеҙ!
Илһөйәрлек мәктәбе
15 Апрель , 11:41
Бөгөн мәләүездәр махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтҡан яҡташтарҙы хәрби позицияларға оҙатты