Конгэк
+15 °С
Болотло
БЕҘҘЕҢ МЕНӘН БЕРГӘ БУЛЫҒЫҘ!
ОК
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Июль 2020, 12:57
Башҡортостандың Урал аръяғында яуым-төшөм айлыҡ норманан ашыу яуған
Башҡортостанда һауа торошона Ҡара диңгеҙҙән дауыл циклоны йоғонтоһо көтөлә.
Башҡортостандың Урал аръяғында яуым-төшөмдөң айлыҡ нормаһынан 160% яуған, тип хәбәр итә Башгидромет.
22 июлдә көндөҙ һәм 23-ндә төндә республикала бөтәһе 2-нән алып 82 миллиметрға тиклем яуым-төшөм яуған.
Көньяҡ-көнсығыш райондарҙа көслө һәм дауамлы ямғырҙар башланған. Иҫке Собханғолда – 40 миллиметр, Туҡанда – 42, Кананикольскийҙа – 64, Сибайҙа – 53, Аҡъярҙа – 60, Йылайырҙа 82 миллиметр билдәләнгән. Республиканың төньяҡ-көнбайыш яртыһында яуым-төшөм 2-нән 15 миллиметрға тиклем тәшкил иткән.
23 июлдә көн дауамында көслө яуым-төшөм зонаһы төбәктең төньяғына, төньяҡ-көнбайышына күсә, тип хәбәр итә синоптиктар. Алдағы ике көндә Башҡортостандағы һауа торошона Ҡара диңгеҙ дауыл циклоны йоғонто яһай. Айырыуса республиканың төньяғында яуым-төшөмдөң күп булыуы көтөлә.
https://
www.bashinform.ru/news/1476166-v-bashkirskom-zaurale-vypalo-160-mesyachnoy-normy-osadkov/
Редакция һайлауы
Новости
24 Март , 16:51
Матбуғат баҫмаларына яҙылыу кампанияһы
Илһөйәрлек мәктәбе
17 Апрель , 14:25
Илһөйәрҙәр булып үҫегеҙ!
Илһөйәрлек мәктәбе
15 Апрель , 11:41
Бөгөн мәләүездәр махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтҡан яҡташтарҙы хәрби позицияларға оҙатты