Конгэк
-10 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Июль 2020, 17:45

Кинәнес бәләгә әйләнмәһен

Синоптиктар мәғлүмәте буйынса 30-31 июль Мәләүез районында һауа температураһының +33 градусҡа тиклем күтәрелеүе көтөлә.

Синоптиктар мәғлүмәте буйынса 30-31 июль Мәләүез районында һауа температураһының +33 градусҡа тиклем күтәрелеүе көтөлә.
Эҫе көндәр сәбәпле, халыҡ йылға, күл буйҙарына йүнәлә башлай. Шуның өсөн һыу инеү ҡағиҙәләрен иҫтә тотоу бик мөһим!
  1. Таныш булмаған урында, күпер аҫтында, быуала йөҙмәгеҙ. Махсус йыһазландырылған йә иһә электән һыу инеү өсөн һайланған урындарҙа ғына һыу инергә мөмкин.
  2. Һыуға ҡапыл төшөргә ярамай, тәүҙә аяҡ-ҡулдарығыҙҙы сылатып, яйлап ҡына сирҡаныс алырға кәрәк.
  3. Яҡшы йөҙә белмәйһегеҙ икән, иптәштәрегеҙгә был турала әйтегеҙ һәм ярҙан ситкә китмәгеҙ. Хатта йөҙә белгән хәлдә лә алыҫ араға йөҙөү хәүефле, хәлегеҙ етмәүе ихтимал.
  4. Һыуҙа 20-30 минуттан ашыу булмағыҙ. Өшөүҙән тән тартыша башлауы мөмкин. Һыу һыуыҡ булғанда айырыуса.
  5. Тәнде көҙән йыйырғанда берәй осло әйбер (булавка, энә, осло таш) менән сәнскеләп алыу ярҙам итә. Шулай уҡ аяҡты ҡул менән ыуыу, массажлау ҙа һөҙөмтәле.
  6. Билдәһеҙ урында һыуға һикереү һәм сумыу ҡурҡыныс, баш менән һыу аҫтындағы ташҡа, ағас ботағына һ.б. әйбергә бәрелеүегеҙ ихтимал.
  7. Һыуҙа бер-берегеҙҙе ҡыуышып, батырып уйнамағыҙ. Уйындан уймаҡ сыға.
  8. Яр буйында кескәй балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ, һыуға ҡолап төшөүҙәре ихтимал.
  9. Тын тултырылған матрастарҙа һәм йөҙгөстәрҙә йөҙгәндә бик һаҡ булығыҙ. Кинәт сыҡҡан ел йә йылға ағымы ярҙан алыҫҡа алып китеүе, йә булмаһа, тулҡындың уны әйләндереүе бар.
  10. “Һыу инергә ярамай!” тигән билдә ҡуйылған урында һыу инеү ҡәтғи рәүештә тыйыла.
  11. Ҡомда ҡыҙынғанда эҫе үтмәһен өсөн баш кейеме кейергә онотмағыҙ.
  12. Кешеләр һыу ингән урында ишкәкле һәм моторлы кәмәләр, һыу велосипедтары һәм мотоциклдары ҡулланмағыҙ.
  13. Һыуҙа йөҙгән судноларға яҡын барыу тыйыла. Теплоход алдындағы ағым уның аҫтындағы винтына һөйрәп алыуы ихтимал.
  14. Читайте нас: