Атай, һин - иң ҡәҙерле, яҡын кешебеҙ, йөрәк түренан сыҡҡан иң ихлас, изге, яҡты теләктәребеҙҙе ҡабул итеп ал. Һиңә шатлыҡлы, ҡыуаныслы көндәр, ауырыу-hыҙланыуhыҙ оҙон ғүмер, йән тыныслығы, ак бәхеттәр, балаларыңдың изгелеген күреп, әсәйебеҙ Зәйнәб Булатабҡадир ҡыҙы менән иңгә-иң терәшеп, тигеҙ ғүмер итеп, барыбыҙҙы ҡыуандырып, дуҫ-туғанға яҡты йөҙлө, иғтибарлы булып, оҙаҡ йылдар бәхетле йәшәүеңде теләйбеҙ!
Оҙон ғүмер бирһен һиңә Хоҙай,
Һыҙламаһын аяҡ-ҡулдарың,
Бәхет, шатлыҡ, һөйөнөстәр менән
Таҙалыҡта үтһен көндәрең.
Ағым һыуҙар кеүек ғүмер үтә.
Үтһен, әйҙә, ул гел шатлыҡта.
Йәшәү йәме, донъя именлеге
Юлдаш булһын һиңә һәр саҡта.
Иң изге теләктәр менән ҡатының Зәйнәб, улың Миҙхәт, Айнур кейәүең, Глүзә ҡыҙың, ейән-ейәнсәрең Искәндәр менән Алтынай.