ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Август 2020, 12:50

Эшләп йөрөгән пенсионерҙарға пенсия артты

Өҫтәмә 24 авгусҡа тиклем күсерелә

Эшләп йөрөгән пенсионерҙар 1 августан арттырылған пенсия ала башлай. Пенсия фонды идаралығы тарафынан Мәләүез район-ҡалаһында эшләп йөрөгән пенсионерҙар өсөн страховка пенсияһын ҡайтанан иҫәпләү ваҡытында үтәлгән. 2019 йыл өсөн эш биреүселәр иғәнә тураһында мәғлүмәт тапшырған, фонд үҙ сиратында страховкаланған шәхестәрҙең шәхси иҫәбенә күсергән.
Ҡартлыҡ, инвалидлыҡ, ҡараусыһын юғалтыу осрағы буйынса страховка пенсияһын алыусылар пенсияны яңынан иҫәпләтергә хоҡуҡлы. Был ғаризаһыҙ тәртиптә башҡарыла. Өҫтәмәнең күләме шәхси һәм эшләү осорона, эш биреүселәрҙән килгән страховка иғәнәләре суммаһына бәйле. Район-ҡаланың 5105 пенсионеры пенсияны яңы күләмдә аласаҡ. Түләүгә сығымдарҙы финанслау тулы күләмдә тәьмин ителгән.
Пенсия фонды идаралығына килеү кәрәкмәй, түләү почта бүлексәләрендә ғәҙәти график буйынса 3 августан 24 авгусҡа тиклем, кредит ойошмаларына аҡса күсереү килешеүҙә ҡаралған ваҡытта башҡарыла.
Пенсия фонды идаралығы.
Фото асыҡ сығанаҡтан.
Читайте нас: