Конгэк
-4 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Август 2020, 15:56

Киренең дә ыңғай яғын эҙләгеҙ

Коронавирус пандемияһы берәүҙәргә кире йоғонто яһаһа, кемдер унан үҙенә файҙа тапты.

Коронавирус пандемияһы барыһы өсөн дә көтөлмәгән хәл булды. Һәр кешенең йәшәйешенә үҙенсә тәьҫир итте. Был үҙгәрештәр берәүҙәргә кире йоғонто яһаһа, кемдер үҙенә файҙа тапты.
Минең өсөн ул ике яҡлы булды. Пландарым тормошҡа ашманы, әлбиттә, ә икенсе яҡтан ҡарағанда буш ваҡыт артты. Уны мин китап уҡыуға, бейеүгә, тел өйрәнеүгә файҙаландым. Бынан тыш, ауылдағы дуҫтарым, әсәйем, туғандарым менән күберәк ваҡыт үткәрҙем.
Ошо уйҙар миндә ҡыҙыҡһыныу уятты: вуздарҙа уҡыған студент дуҫтарымдың пандемияға ҡараштарын белгем килде.
Алмас Бикбулатов, Өфө дәүләт авиация техник университетының информатика һәм робототехника факультеты студенты:
- Пандемия миңә бик күп буш ваҡыт бүләк итте. Уны мин төрлөсә уҙғарам. Аш-һыу менән шөғөлләндем, күп китап уҡыным, үҙ китабымдың сценарийын планлаштырҙым, күнекмәләр эшләнем һәм башҡалар .
Бынан тыш коронавирус мине икенселәй аралашырға, үпкәләрҙе оноторға, өҙөлгән бәйләнәштәрҙе тергеҙергә һәм үҙемә икенсе күҙлектән ҡарарға өйрәтте. Кире яғы - өйҙә ултырырға тура килде, дуҫтар менән интернет селтәре аша ғына аралаштыҡ. .
Ҡәҙриә Исхакова, Өфө дәүләт авиация техник университетының иҡтисад һәм идара институты студенты:
- Коронавирус эпидемияһына бәйле әсәйемде һирәк күрәм. Ул - медицина университеты ятаҡтары мөдире, тәүлек әйләнәһенә эштә булды. Өфөлә ҡалған сит ил студенттары хәүефһеҙлеген тәьмин итергә кәрәк ине. Әсәйемдең эше бик хәүефле, сөнки пандемияның үҙәгендә тырышҡан студент-медиктар менән даими аралаша.
Мин туғаным менән дистанцион уҡыуҙа булдыҡ. Өй эштәре менән бик күп булыштым. Беренсе аҙна үҙемде отпускыға сыҡҡан кеүек тойҙом, әммә һуңынан ял түгел, ә төрмә икәнен аңланым. Бик ныҡ элеккесә йөрөгө, аралашҡы килә ине.”
Аделина Шайкамалова, Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенты:
- Өфө уҡыу йорттары карантинға ябыла башланы, ә беҙҙең вуз дистанцияла уҡыуға әҙерләнер өсөн өҫтәлмә бер аҙна эшләне. Ул ваҡыт мин был сара йәшәүҙе еңеләйтер тип уйлағайным.
Әммә университет ябылғас, беҙгә ике тапҡырға күберәк эш бирә башланылар. Уларҙы ваҡытында тапшырып өлгөрмәй башланыҡ. Шул саҡ пландан тыш Бөтә Рәсәй каникулдары бик ярҙам итте. Ләкин улар тамамланғас, барыһы ла яңынан башланды.
Өс аҙнанан һуң мин ғәҙәтләнеп киттем, эш тә кәмене. Йыр-бейеүгә ваҡыт бушаны.
Пандемия башында мин бар хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә тырыштым, өйҙән бөтөнләй сыҡманым тиерлек. Ауырыуҙарҙың артыуы мине бик ҡурҡытты, ә ҡағиҙәләрҙе һанға һуҡмаған кешеләрҙе бөтөнләй аңламаным.
Пандемия минең тормошто үҙгәртте. Киләсәктә уҡыуҙың күпмелер өлөшө дистанцияла ҡалһа, Рәсәй мәғарифы өсөн был алдынғы аҙым булыр ине.
Алмаз БУРАҠАНОВ.
Автор фотоһы.
Читайте нас: