ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Август 2020, 17:01

Республиканың атҡаҙанған иҡтисадсыһы

Мирғәсим Искәндәр улы Мостафин (1930-2018) Мәләүез ҡалаһы һәм районы иҡтисады үҫешенә, төҙөлөшөнә һәм төҙөкләндереүгә ҙур өлөш индергән ойоштороусы, иҡтисадсы, күренекле етәксе.

Мирғәсим Искәндәр улы Мостафин (1930-2018) Мәләүез ҡалаһы һәм районы иҡтисады үҫешенә, төҙөлөшөнә һәм төҙөкләндереүгә ҙур өлөш индергән ойоштороусы, иҡтисадсы, күренекле етәксе.
Мирғәсим Мостафин Башҡортостандың Бүздәк районы Устөбө ауылында 1930 йылдың 14 авгусында тыуған. 1947 йылда ете йыллыҡ мәктәпте тамамлап, Өфө финанс-иҡтисад техникумына уҡырға инә, 1968 йылда Бөтә Союз Мәскәү финанс-иҡисад институтын тамамлай.
Хеҙмәт юлын Балаҡатай районында дәүләт килеме инспекторы булараҡ башлай. Артабан Өфө өлкә финанс ойошмаһында, БАССР Финанс министрлығында, Күгәрсен районында төрлө вазифа башҡара. 1963 йылда берләштерелгән Мәләүез район финанс ойошмаһы мөдире итеп тәғәйенләнә.
1965 йылда Мирғәсим Искәндәр улы Мәләүез районы башҡарма комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары итеп һайлана. Уның инициативаһы, ҡатнашлығында тара комбинаты төҙөлә, шулай уҡ ул Ира һыуалғысы һәм таҙартыу ҡоролмаһының проект-смета документтарын әҙерләүҙе, ятаҡхана һәм һөт сәнәғәте техникумын төҙөүҙе тиҙләтеүгә өлгәшә.
Газ менән тәьмин итеү өсөн Мәләүездә Федоровка трактында яңы газ бүлеү станцияһы төҙөлә, төҙөлөш материалдары заводы һәм башҡа сәнәғәт предприятиеларына газ үткәрелә. “Космос” кинотетры, 8-се мәктәп, элемтә узелы, ҡунаҡхана, матбуғат йорто, эске эштәр бүлеге бинаһы, дауахана комплексының беренсе сираты сафҡа индерелә. Яңы клубтар, балалар учреждениелары селтәре киңәйә, Ленин, Смоленск урамдарына тәүгә асфальт түшәлә. Торлаҡ күп төҙөлә, автопарк тулыландырыла, яңы элемтә хеҙмәте барлыҡҡа килә. Өс айҙа “Уңыш” стадионы күтәрелә. Ошо уҡ йылдарҙа “Трудовик”, “Победа”, “Ашҡаҙар” Трясин, Чапаев исемендәге, һыйыр малы һимертеү буйынса М. Ғафури исемендәге хужалыҡтарҙа мал үҫтереү комплекстары йылдам төҙөлә. 1970 йылдан 1981 йылға тиклем Мостафин Шаран район советы башҡарма комитеты рәйесе була.
1981 йылдан 1987 йылға тиклем Мирғәсим Искәндәр улы ҡала предприятиеларында етәксе вазифаһын башҡара. 90-сы йылдар башында Мәләүез районы финанс ойошмаһына мөдир итеп тәғәйенләнә. 1997 йылдан финанс идаралығы начальнигы – район хакимиәте башлығы урынбаҫары посында бюджет көрсөгөнән сығыуға, эш хаҡы һәм башҡа түләү буйынса бурысты бөтөрөү өсөн күп көс һала.
Мирғәсим Мостафин ике “Почет Билдәһе” ордены, өс миҙал, “Башҡортостан Республикаһы Шаран районы алдында ҡаҙаныштары өсөн” түш билдәһе менән наградланған. “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы”, “Мәләүез районы һәм ҡалаһының Почетлы гражданы”, “Шаран районының Почетлы гражданы” исемдәренә лайыҡ булған.
Бөгөн 14 августа Мостафин Мирғәсим Искәндәр улына 90 йәш тулыр ине.
Дмитрий ЯШИН әҙерләне.
Фото архивтан.
Читайте нас: