ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Август 2020, 11:40

Район мәғарифы: һандар һәм факттар

Районда 20 дөйөм белем биреү учреждениеһы. Шуның 11-е ауылдарҙа урынлашҡан, улар структураһында 19 филиал иҫәпләнә.-Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһына 4959 бала йөрөй. Улар 1-ҙән 6 йәшкә тиклемге балаларҙың 80,1 процентын тәшкил итә.

-Районда 20 дөйөм белем биреү учреждениеһы. Шуның 11-е ауылдарҙа урынлашҡан, улар структураһында 19 филиал иҫәпләнә.
-Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһына 4959 бала йөрөй. Улар 1-ҙән 6 йәшкә тиклемге балаларҙың 80,1 процентын тәшкил итә.
-2019-2020 уҡыу йылында дөйөм белем биреү мәктәптәрендә 10251 уҡыусы уҡыны (2018-2019 уҡыу йылында 10127 уҡыусы).
-Беренсе класҡа уҡырға барған балалар һаны: 2019 йылда - 1200; 2018 йылда - 1176; 2017 йылда - 1223; 2016 йылда - 1220; 2015 йылда - 1194.
-Үткән уҡыу йылында мәктәпте 853 уҡыусы 9-сы, 334-е 11-се класты тамамланы.
-“Уҡыуҙағы айырым уңышы өсөн” Рәсәй Федерацияһы миҙалы менән 69 сығарылыш уҡыусыһы бүләкләнде (20,6 процент).
-Өлгәш күрһәткесе - 99,9 процент, белем сифаты - 55 процент.
-7 дөйөм белем биреү учреждениеһында 13 йүнәлеш буйынса уҡытыу программаһы ғәмәлгә ашырыла. Профилле уҡытыуға уҡыусыларҙың 60 проценты йәлеп ителгән.
-12 дөйөм белем биреү учреждениеһында башҡорт телендә уҡыйҙар. Уҡыусыларҙың 50 проценты туған телен, 81,6 проценты башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнә.
-Өҫтәмә белем алыуға 5-тән 18 йәшкә тиклемге балаларҙың 92,6 проценты йәлеп ителгән.
-2019-2020 уҡыу йылында өс сығарылыш уҡыусыһы Башҡортостан Башлығы стипендиаты булды. Йыл һайын 20 бала Мәләүез районы хакимиәте башлығы стипендияһын ала.
-2019-2020 уҡыу йылында 32 уҡыусы бөтә Рәсәй мәктәп уҡыусылары һәм республика олимпиадаһының төбәк этабы призеры исемен яуланы (2018-2019 йылда - 29 бала).
-15 педагог Мәләүез районы хакимиәте башлығы грантына, 1-һе Башҡортостан Башлығы премияһына эйә булды.
-29 мәктәп автобусы 787-нән ашыу баланы белем биреү учреждениеһына йөрөтә. Уларҙың барыһы ла навигация системаһы менән йыһазландырылған, дәүләт стандарты талабына тура килә. 10 автобусҡа «Webasto» маркаһындағы автономлы йылытҡыс ҡуйылған.
Читайте нас: