ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Август 2020, 19:01

Уның хаҡында ҡаҙаныштары һµйләй

Сәскәләр... Аллы-гөллө, иҫ киткес сағыу, матур, төрлө-төрлө. Лилиә Әҡсән ҡыҙы баҡсаһында үҫкән гөлдәренә һөйөп, һоҡланып баға. Әҙәм балаһы ла, сәскәләр кеүек, һәр береһе үҙенсәлекле, серле, ҡабатланмаҫ. Кемдер уңышҡа өлгәшеп, үҫешеп, тормошто биҙәп йәшәй, ҡайһылары йомолоп ҡала, хас та тәрбиәгә, һыуға, йылыға мохтаж гөлдәр һымаҡ. Лилиә Менчикова үҙен белгәндән алып кеше асылы тураһында уйлана. Һәр әҙәм – оло шәхес, уға дөрөҫ юлды һайлашырға, йүнәлтергә, йылы һүҙеңде, ҡарашыңды еткерергә кәрәк. Эйе, үҫемлектәр төрлө орлоҡтан шыта, ә бит уның ниндәй кимәлдә үҫеүе тәрбиәгә бәйле. Тормош, кеше яҙмышы хаҡында тәрән фекер йөрөткән Лилиә Әҡсән ҡыҙы шәхесте үҫтереү темаһында бик ентекле эшләй. Уның өсөн донъяла насар кеше юҡ, барыһы ла һәйбәт, уларҙы тик аңлай, ишетә белергә кәрәк.

Сәскәләр... Аллы-гөллө, иҫ киткес сағыу, матур, төрлө-төрлө. Лилиә Әҡсән ҡыҙы баҡсаһында үҫкән гөлдәренә һөйөп, һоҡланып баға. Әҙәм балаһы ла, сәскәләр кеүек, һәр береһе үҙенсәлекле, серле, ҡабатланмаҫ. Кемдер уңышҡа өлгәшеп, үҫешеп, тормошто биҙәп йәшәй, ҡайһылары йомолоп ҡала, хас та тәрбиәгә, һыуға, йылыға мохтаж гөлдәр һымаҡ. Лилиә Менчикова үҙен белгәндән алып кеше асылы тураһында уйлана. Һәр әҙәм – оло шәхес, уға дөрөҫ юлды һайлашырға, йүнәлтергә, йылы һүҙеңде, ҡарашыңды еткерергә кәрәк. Эйе, үҫемлектәр төрлө орлоҡтан шыта, ә бит уның ниндәй кимәлдә үҫеүе тәрбиәгә бәйле. Тормош, кеше яҙмышы хаҡында тәрән фекер йөрөткән Лилиә Әҡсән ҡыҙы шәхесте үҫтереү темаһында бик ентекле эшләй. Уның өсөн донъяла насар кеше юҡ, барыһы ла һәйбәт, уларҙы тик аңлай, ишетә белергә кәрәк.
Телмәр оҫтаһы, сығыш яһаусы, ойоштороу һәләтенә эйә Лилиә Менчикова бөтә йәмғиәт башланғысы алдында тора. Ул - яңынан-яңы идеялар тыуҙырыусы, инициатор, дәртләндереүсе. Пионерҙар йортон етәкләгән осорҙа ул мәғариф бүлеге методисы Сажиҙә Шәмсетдинова менән таныша. Ике йәш белгестең уй-ниәттәре тура килә, байтаҡ эште бергә атҡаралар. Тиҙҙән педагогтар өсөн “Шишмә” ижади клубы барлыҡҡа килә. Мәғариф өлкәһе белгестәре ҡатнашлығында бихисап байрам, конкурс, кисәләр уҙғарыла. Тәрбиә эшенә изгелекле, илһөйәр, сәләмәт тормош алып барыуға өҫтөнлөк биргән балалар үҫтереү орлоҡтары һалына. Иң мөһиме – ата-әсә, уҡыусы, уҡытыусы төшөнсәләренән теҙелгән сылбыр нығына, был тығыҙ бәйләнеш уңышҡа килтерә.
Йәмғиәт тормошонда ҡайнаған, ярты юлда туҡтамаҫ, тынғыһыҙ, һәр саҡ алға ынтылған Лилиә Әҡсән ҡыҙы 42-се лицейҙың да уҡытыу-тәрбиә эшенә яңы һулыш индерә. Студенттар менән төрлө алымдар, формалар ҡулланып эшләй. Ә бит араларында ауыр холоҡлолар, төрлө ғаиләнән килгәндәр була. Тәртип яратҡан тәжрибәле Лилиә ханым һәр береһенең күңеленә юл яра, уларға шәхес итеп ҡарай, ысын ир-егет булып үҫерҙәренә өмөт, ышаныс бағлай. Фәҡәт ошондай ҡараш белгесте кадет кластарын асырға этәрә лә инде. Студенттар һаны бермә-бер арта. Төрлө институттан килгән комиссия ағзалары 42-се лицей базаһында имтихан ойоштороп, иң-иңдәрен үҙҙәренә һайлап ҡабул итә. Мәләүез кадеттарына һорау арта, сөнки уларҙың белем кимәле юғары һанала. Уҡыу йортон киңәйтеү уйы Лилиә Менчиковаға тынғы бирмәй, йәш быуындың киләсәген хәстәрләй. Ниһайәт, уның тырышлығы, ныҡышмаллығы, маҡсатлылығы менән Рәсәй Эске эштәр министрлығы Өфө юридик институтының Мәләүез филиалы үҙ ишектәрен аса. Был уҡыу йортоноң директоры булараҡ Лилиә Әҡсән ҡыҙы бихисап эштәр атҡара. Ул шәхесте рухи-әхләҡи тәрбиәләү буйынса әсбаптар, монографиялар яҙа. Лилиә Әҡсән ҡыҙы һәр студенттың яҙмышын, үҫеш юлын белә тиһәм, һис яңылышмайым. Бөгөн дә уның ҡулы аҫтында уҡыу йортон тамамлаусылар рәхмәттәрен еткерә, иғтибар күрһәтә, әсәләре кеүек күреп ҡабул иткәндәрен йәшермәй, йыш ҡына хәтирәләр йомғағын һүтеп, ҡыҙыҡлы хәлдәрҙе иҫләй, тәҫораттары менән бүлешә. Яратҡан педагогтары Лилиә Менчикованың улар яҙмышында роле бик ҙур шул.
Район, ҡалабыҙ үҫешенә тос өлөш индергән Лилиә Менчикова күп наградаларға эйә. Ул “Башҡортостан Республикаһы атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре”, “Башҡортостан Республикаһы халыҡ мәғарифы отличнигы” исемдәренә лайыҡ, “Рәсәй Эске эштәр министрлығына 200 йыл” түш билдәһе менән бүләкләнгән. Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттарын һанап та бөтөрөрлөк түгел.
Бөгөн эшлекле ханым ЗАГС бүлеген етәкләй. Уның бүлмәһенән кеше өҙөлмәй. Килгән береһенең ҡыуанысы, хәсрәте менән ихлас уртаҡлаша, хөрмәт күрһәтә, изге теләктәрен еткерә ул. Етәкселәренән уңғандарын хеҙмәттәштәре йәшермәй. “Уның менән эшләүе еңел. Талапсанлыҡ, тәртип яратыу һыҙатының уңышҡа юл икәнлеген төшөндөк. Кеше булараҡ ул шул тиклем ябай, эскерһеҙ, юморға бай, йомшаҡ күңелле”, - тиҙәр.
Лилия Менчикова тормош иптәше Владимир Ильич менән матур донъя көтөп, ул һәм ҡыҙ тәрбиәләгәндәр. Тормоштоң аяуһыҙлығы уны ла урап үтмәгәне ҡыҙғаныс. Һөйөклөһөн мәңгелеккә юғалта. Шөкөр, балалары, күҙ нурҙары, әсәләрен һөйөндөрөп йәшәй. Улы Вадим байтаҡ йылдар РФ Тикшереү комитетының республика буйынса идаралығында эшләй, полковник дәрәжәһенә күтәрелә, ҡыҙы Вера ышаныслы адвокат, ул БР Адвокаттар коллегияһында иҫәпләнә. Һәр ҡайһыһы үҙ юлын табып, ғаилә ҡороп, үҙ балаларын үҫтерә. Ейән-ейәнсәрҙәре Роман, Элина, Давид көтөп алған ҡунаҡтары.
Күркәм юбилейын Лилиә Әҡсән ҡыҙы юғары тормош һәм һөнәри ҡаҙаныштары менән билдәләй. Эйе, күп эш башҡарылған, байтаҡ ниәт тормошҡа ашҡан. Ғүмер һәм хеҙмәт юлында осратҡан кешеләрҙең барыһына ла рәхмәтле Лилиә ханым. Күптәре уның ышаныслы дуҫы, ҡәҙерле һәм яҡын кешеһе. Хөрмәт, һөйөү менән уратҡандар уны.
Лилиә Менчиковаға һоҡланып, ғорурланып ҡарайым. Уның кеүек һынмаҫ рухлы, көслө ихтыярлы, ныҡлы баҫып алға барғандар һирәк. Редакция исеменән беҙ ҙә ҡотлауҙарға ҡушылабыҙ, артабан да сәләмәтлектә, шатлыҡта, уңышҡа өлгәшеп, һөйөнөп йәшәргә яҙһын.
Әлиә БУЛАТОВА.
Вадим Саматов фотоһы.
Һүрәттә: Лилиә Менчикова.
Читайте нас: