Тәмәкенең ғаилә бюджетына ғына түгел, кеше сәләмәтлегенә лә иҫ киткес ҙур зыян килтереүе билдәле. Уның зарары тураһында күп һөйләнелгән, күп яҙылған. Тәмәке тартыуҙы иҫкәртеүгә йүнәлтелгән тәҡдимдәр һәм бик күп эштәр алып барыла.
Тәмәкегә бәйлелек - ауырыу
Күптәр тәмәке тартыуҙы насар ғәҙәт тип ҡабул итә һәм еңел генә ташлап булырына ышана. Тик ысынында был улай түгел. Тәмәкегә бәйлелек никотин сәбәпле барлыҡҡа килә һәм ул ауырыу тип һанала. Никотин баш мейеһенә эләккәс, башҡа рецепторҙарға йоғонто яһай һәм һөҙөмтәлә дофамин тигән матдә бүленеп сыға. Ошо инде тәмәке тартыусыға рәхәтлек хисе бирә. Был ялған тойғо кешене яйлап бәйлелеккә килтерә. Оҙаҡ тартҡандарға никотин күләме лә күберәк кәрәк була башлай.
Тартҡан кешенең үпкәһе зыян күрә. Унда ҡалған зарарлы матдәләр ҡан тамырҙары аша башҡа эске органдарға насар йоғонто яһай. Тәмәке тартыу сәбәпле яман шеш, ашҡаҙан-эсәк органдары, йөрәк системаһы, ауыҙ ҡыуышлығы, тын юлдары ауырыуҙары барлыҡҡа килергә мөмкин. Шулай уҡ тән тиреһенә, күҙҙәргә, тештәргә лә зыян килә. Тәмәкенән баш тартҡан кешенең тулыһынса һауығыу мөмкинлеге бар. Тартыуын ташларға теләгәндәр дауаханала профилактика үтеү менән бергә үҙенең ихтыяр көсөнә ышанырға тейеш.
Мансур Хәкимов, хаҡлы ялда:
Тәмәке тартыуҙа 37 йыл стажым бар. Телевизорҙан тапшырыу ҡараным, унда тәмәкенең шул тиклем зарарлы икәнлеген күрҙем күрһәттеләр. Һаулығымды уйлап, йома көндә Аллаһы тәғәләнән еңеллек һорап, был алама ғәҙәттән баш тартырға ниәтләнем. Ташлауы бик еңелдән булманы. 5-6 ҡап тәмәкем дә бар ине ул саҡта, тик ҡулыма тотоп ҡарайым да кире һалып ҡуям. Үҙемә үҙем һүҙ бирҙем бит. Ун биш көн тирәһе яфаландым, тамаҡ кибә, йоҡлап булмай. Һуңынан еңеләйә башланы, туңдырма ашап үҙемде алдаштырам. Шулай итеп бына биш йыл ярым самаһы тартмайым. Йәштәргә лә әйтер инем тәмәке тартыу насар ғәҙәт кенә түгел, һаулыҡҡа ла зыяны күп.
Радмир Арыҫланов, 27 йәш:
Ун йыл тирәһе тарттым. Әле ташларға тырышыуыма бер ай ҙа юҡ әле. Ошоға тиклем бер ҙә уйламаным тәмәкенең зарары тураһында. Һатып алынғанын аҡсаға һалһаң да, күпме елгә өрөп йөрөгәнмен. Ташлауы артыҡ ҡыйын да түгел һымаҡ, тик нимәлер гел сәйнәге, ашағы килә. Шуға ла был кәрәкмәгән шөғөлдән ҡотолормон, тип уйлайым. Һаулыҡты бит бер ниндәй ҙә аҡсаға һатып алып булмай.