ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Сентябрь 2020, 19:53

Ял итте яр буйҙары

Башҡортстанда август аҙағында БР Экология министрлығының Мәләүез территориаль комитеты Нөгөш ауыл советы хәкимиәте һәм Һәргәй ауылы халҡы менән берлектә Нөгөш һыуһаҡлағысының һул яҡ ярҙарын таҙартты.

Башҡортстанда август аҙағында БР Экология министрлығының Мәләүез территориаль комитеты Нөгөш ауыл советы хәкимиәте һәм Һәргәй ауылы халҡы менән берлектә Нөгөш һыуһаҡлағысының һул яҡ ярҙарын таҙартты.
Өмә “Рәсәй һыуы" БөтәРәсәй акцияһы сиктәрендә уҙҙы. Унда ҡатнашыусылар 700 метрҙа яр буйы полосаһын сүп-сарҙан таҙартты, 22 тоҡ суп-сар йыйылды.
«Рәсәй һыуы» БөтәРәсәй акцияһы 2014 йылдан бирле үткәрелә. Ул бөтөн ил буйынса 5 миллиондан артыҡ кешене берләштерҙе. 2019 йылдан башлап акция “Экология” милли проектының «Уникаль һыу объекттарын һаклау» федераль проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. 2024 йыл аҙағына 15,2 мең гектар майҙанда йылғалар, күлдәр һәм һыуһаҡлағыстарҙы таҙартыу планлаштырыла.

https://omet-rb.rbsmi.ru/articles/milli-proektlar/Yalt-itte-yar-buylari-436190/
Читайте нас: