Рәсәй Федерацияһында грипҡа ҡаршы прививка кампанияһы старт алды. Быйылғы эпидемиологик миҙгел быға тиклемгеләренән киҙеү вирусы һәм яңы коронавирус инфекцияһының бергә тура килеүе менән айырыла. Халыҡты иммунлаштырыу өсөн Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы тәҡдим иткән миҙгел өсөн актуаль вакциналар ғына ҡулланыласаҡ. Әлеге ваҡытта Роспотребнадзор грипҡа ҡаршы прививка һалыуҙы күҙәтә. Вакцинация Рәсәйҙең бөтә субъекттарында ла үткәрелә. Был – киҙеүҙе иҫкәртеү буйынса төп һәм иң һөҙөмтәле сара. Быйыл уға халыҡтың 60 процентын, ә хәүеф төркөмөндәгеләрҙең 75 процентын йәлеп итергә планлаштырыла. Айырыуса балалар, ауырлы ҡатын-ҡыҙҙар, хроник сирлеләр, 60 йәштән өлкәндәр һәм медицина, мәғариф, транспорт, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәренә иғтибар ҙур буласаҡ.
Иммунитет формалашып өлгөрһөн өсөн прививканы грипп тарала башланғансы сентябрҙән ноябргә тиклем эшләтеү яҡшы. Роспотребнадзор киҫкен респиратор вируслы инфекция һәм киҙеүҙең әйләнешен лаборатория тикшереү юлы менән күҙәтә. Рәсәй биләмәһендә грипҡа ҡарамаған респиратор вируслы киҫкен инфекцияның (парагрипп, аденовирус, РС-вирус һәм башҡалар) кимәле түбән булыуын билдәләй.
Вакцинация бөтәһенә лә, бигерәк тә 6 айҙан башлап балаларға, хроник сирлеләргә, ауырлы ҡатын-ҡыҙҙарға һәм һөнәре буйынса хәүеф төркөмөндә булғандарға тәҡдим ителә. Киҙеү башланғансы 2-3 аҙна ҡалғас һалдырырға кәрәк.
Татьяна ПАХОМОВА, территориаль бүлек начальнигы.